Гормондар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
95 юл:
 
Гормондар етештереүҙең артыуы йәки кәмеүе, шулай уҡ гормональ рецепторҙарҙың һиҙгерлегенең кәмеүе йәки артыуы һәм гормональ транспорттың боҙолоуы эндокрин ауырыуҙарға килтерә.
 
== Эш итеү механизмдары ==
Ҡандағы гормон мәрәй (сәп, йәки маҡсатлы) күҙәнәккә барып еткәс, үҙенә тап килгән үҙенсәлекле рецепторҙар менән бәйләнешкә инә; рецепторҙар организмдың «хәбәрен уҡый», күҙәнәктә билдәле бер үҙгәрештәр була башлай. Һәр үҙенсәлекле гормонға конкрет ағзаларҙа һәм туҡымаларҙа урынлашҡан «уларҙың» рецепторҙары ғына тап килә — гормон улар менән тәьҫир итешкәндә генә гормон-рецептор комплексы барлыҡҡа килә.
 
Гормондарҙың эш итеү механизмдары төрлөсә булыуы мөмкин.
 
Гормондарҙың бер нөркөмө күҙәнәк эсендә — ғәҙәттә, цитоплазмала урынлашҡан рецепторҙар менән бәйләнешкә инә. Уларға липофил үҙсәнлектәргә эйә гормондар инә — мәҫәлән, стероид гормондар (енес, глюко- һәм минералокортикоидтар), шулай уҡ тиреоид гормондары.
 
Майлы иреүсән булғанлыҡтан, был гормондар күҙәнәк мембранаһына еңел үтеп инә һәм цитоплазмала йәки ядрола рецепторҙар менән тәьҫир итешә башлай. Улар һыуҙа эремәй тиерлек, шуға ҡан менән күскәндә махсус ташыусы аҡһымдар менән бәйле булалар..
 
== Әҙәбиәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Гормондар» битенән алынған