Гормондар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
40 юл:
 
Ҡайҙа , нисек урынлашыуына ҡарамаҫтан рецептор менән гормон араһында аныҡ ҡына структур һәм арауыҡта тап килеү күҙәтелә.
 
== Тәғәйенләнеше ==
Организмда уның эске мөхитенең даимилеген (гомеостазын) һаҡлау, шулай уҡ күп функцияларҙы (үҫеү, үҫеш, матдәләр алмашыныуы, тирә-яҡ мөхит шарттарының үҙгәреүенә яуап реакцияһы) көйләү эшен башҡара.
 
=== Гормондарҙың тәьҫире ===
Хәҙерге фәнни ҡараштарға ярашлы гормондар биологик тәьҫиренең бер нисә үҙенсәлеге менән ҡылыҡһырлана:
 
- гормондарҙың тәьҫире бик әҙ концентрацияларҙа — 10-6 -10-12 М диапазонында сағыла;
 
- гормональ эффекттарҙы тормошҡа ашырыу аҡһым рецепторҙары һәм мессенджер тип аталған күҙәнәк эсендәге икенсел аралашсылар аша тормошҡа ашырыла;
 
- гормондарҙың тәьҫире фермент катализының йәки фермент синтезының тиҙлеге үҙгәреү юлы менән башҡарыла — гормондар үҙҙәре фермент та, коэнзим да булмаһа ла;
 
- үҙәк нервы системаһы гормондарҙың эшмәкәрлеген контролдә тота һәм уларҙың организмға тәьҫиренә хәл иткес йоғонто яһай;
 
- гормондар һәм уларҙы барлыҡҡа килтереүсе эндокрин биҙҙәр араһында уларҙы уртаҡ системаға берләштергән тура бәйләнеш тә, кире бәйләнеш тә бар.
 
== Әҙәбиәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Гормондар» битенән алынған