Гормондар: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ZUFAr (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
Һәҙиә (фекер алышыу | өлөш) |
||
15 юл:
«Гормон» терминын беренсе мәртәбә 1902 йылда инглиз физиологтары У. Бейлисса, Э. Старлинга ҡуллана.
== Гормондарҙың дөйөм эш принциптары. ==
Теге йәки был төрҙәге тышҡы йәки эске стимулдар организм рецепторҙарына тәьҫир итә һәм уларҙа импульстар барлыҡҡа килтерә. Улар тәүҙә үҙәк нервы системаһына, унан гипоталамусҡа тапшырыла.
Баш мейеһенең был өлөшөндә гормональ эшмәкәрлектең беренсел әүҙем матдәләре — рилизинг факторҙар етештереп сығарыла. Улар, үҙ сиратында, гипофиз биҙенә ебәрелә.
Уларҙың үҙенсәлеге шунда: уларҙы тәғәйенләнеше буйынса тапшырыу дөйөм ҡан ағымы менән башҡарылмай, ә ҡан тамырҙарының портал системаһы аша еткерелә.
Рилизинг факторҙар тәьҫире аҫтында тропин гормондар (гипофиздың алғы бүлкәтендә етештерелгән гормондар) сығарыу йә тиҙләтелә, йә әкренәйә.
Тропин гормондар ҡанға эләгеп, уның аша билдәле бер эндокрин биҙенә барып етеп, кәрәкле гормон синтезына йоғонто яһай.
Процесстың һуңғы стадияһында гормон ҡан әйләнеше системаһы аша билдәле бер махсуслашҡан ағзаларға йәки туҡымаларға («сәптәр») барып етеп организмда билдәле бер яуаптар ( физиологик йәки химик) тыуҙыра.
Гормондарҙың күҙәнәк эсендәге матдәләр алмашыныуына тәьҫир итеүе менән бәйле һуңғы этап оҙаҡ ваҡыт үрҙә килтерелгән процестың иң әҙ өйрәнелгән өлөшө булып тора.
Хәҙер билдәле булыуынса, мәрәй (сәп) туҡымаларҙа гормондарҙы бәйләү өсөн тәғәйенләнгән участкалары булған үҙенсәлекле химик структуралар — гормональ рецепторҙар бар.
Махсус майҙансыҡтар сифатында, ҡағиҙә булараҡ, гликопротеиндарҙың һәм ганглиозидтарҙың углевод фрагменттары хеҙмәт итә.
Гормондарҙы рецепторҙар менән бәйләү билдәле бер биохимик реакциялар тыуҙыра. Шуның арҡаһында гормондың һуңғы тәьҫире тормошҡа ашырыла.
Рецепторҙарҙы локалләштереү гормондың тәбиғәтенә бәйле: стероидлы тәбиғәт осрағында рецепторҙар ядрола, ә аҡһым йәки пептид осрағында — плазматик мембрананың тышҡы йөҙөндә урынлашҡан була.
Ҡайҙа , нисек урынлашыуына ҡарамаҫтан рецептор менән гормон араһында аныҡ ҡына структур һәм арауыҡта тап килеү күҙәтелә.
== Әҙәбиәт ==
* Березов Т. Т., Коровкин Б. Ф. Биологическая химия. — 2-е изд. — М.: Медицина, 1990. — 528 с.
|