Драма (жанр): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Яңы: Драма — художестволы әҙәбиәттең төп төрҙәренең береһе. Эпик әҫәрҙән айырмалы рәүештә, драмала автор…
(айырмалар юҡ)

03:55, 6 февраль 2012 өлгөһө

Драма — художестволы әҙәбиәттең төп төрҙәренең береһе.

Эпик әҫәрҙән айырмалы рәүештә, драмала автор телмәре булмай. Бөтә әҫәр персонаждарҙың үҙ-ара һөйләшеүе рәүешендә төҙөлә, йәғни диалогтарҙан, монологтарҙан һәм полилогтарҙан тора. Эпик әҫәрҙәрҙә (хикәйә, повесть, роман һ. б.) геройҙар күп яҡлы һүрәтләнә. Геройҙар йәшәгән мөхит, уларҙың уй-кисерештәре күп ваҡыт автор телмәре аша бирелә. Ә драма әҫәрҙәрендә быларҙың барыһы ла тик диалогта һәм герой хәрәкәтендә асыла (грекса драма хәрәкәт тигәнде аңлата). Драма әҫәрҙәре үҙҙәре бер нисә төргә бүленә: трагедия, комедия, драма.

Трагедия

Трагедия — драманың боронғо жанры. Унда башлыса хәл итеп булмаҫлыҡ ҡаршылыҡтар һүрәтләнеп, геройҙарҙың характеры фажиғәле хәлдәрҙә, һәләкәткә илтә торған тиңһеҙ көрәштә асыла. Трагедияның нигеҙенә һалынған конфликт төп геройҙың фажиғәле үлеме менән хәл ителә. Башҡорт әҙәбиәтендә трагедияның юғары өлгөһөн Мостай Кәрим бирҙе: «Ай тотолған төндө», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!» әҫәрҙәре Башкортостанда ғына түгел, бөтә ил күләмендә ҙур баһа алды.

Комедия

Комедия, трагедияға ҡапма-ҡаршы булараҡ, ижтимағи тормоштағы йәки көнкүрештәге көлкөлө яҡтарҙы сағылдыра. Унда кеше характерындағы етешһеҙ яҡтар, тормоштағы кире күренештәртәнҡит ителә. Х. Ибраһимовтың «Башмағым», М. Кәримдең «Ҡыҙ урлау» исемле комедиялары был жанрҙың милли драматургияла үҫеш кимәлен билдәләүсе әҫәрҙәр рәтенә инә.

Драма

Драма комедияның да, трагедияның да үҙенсәлектәрен эсенә ала. Ләкин драмала конфликт, трагедиялағы йәки комедиялағы «кеүек, бер яҡлы ғына (йә фажиғәле, йә көлкөлө генә) булмай, ә ҡатмарлы һәм етди, тормошсан була. Башҡорт әҙәбиәтендә һәйбәт драма үрнәктәре күп. Сәғит Мифтахов драмалары, Д. Юлтыйҙың «Ҡарағол», Б. Бикбайҙың «Ҡарлуғас», М. Кәримдең «Яңғыҙ ҡайын», Н. Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша», А. Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель» һ. б. драмалары ана шундайҙар.

Әҙәбиәт

  • Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте 10 класс. Өфө-2003 йыл ISBN 5-295-03161-6
  • Ғ.Б. Хөсәйенов Әҙәбиәт теорияһы.