Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
57 юл:
2017/2018 йылдар миҙгеленән башлап ҠҠХЛ чемпионатында плей-офф уйнатыла башлай<ref>[http://whl.khl.ru/news/69864/ Утвержден календарь ЖХЛ] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20170924145916/http://whl.khl.ru/news/69864 |date=2017-09-24 }}</ref>. Был миҙгелдә ҠҠХЛ йондоҙҙары уйынында Астананан «Томирис» хоккей клубының уйынсылары ҡатнашасаҡ, ә 2018/2019 йылдар миҙгеленән башлап был клуб Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының составын тулыландырасаҡ тип көтөлә ине<ref>[http://www.hcbarys.kz/news/item/georgij-kobylyanskij-khl-postaraetsya-sdelat-kubok-prezidenta-rk-bolee-predstavitelnym/ ГЕОРГИЙ КОБЫЛЯНСКИЙ: КХЛ ПОСТАРАЕТСЯ СДЕЛАТЬ КУБОК ПРЕЗИДЕНТА РК БОЛЕЕ ПРЕДСТАВИТЕЛЬНЫМ]</ref>. Тик ысынында шул уҡ ете команда дүртенсе миҙгелдә ҡатнаша. Ухта ҡалаһынан «Арктик-Университет» командаһы 2018 йылда исемен «Горный» тигәнгә үҙгәртә һәм 2018/19 йылдар миҙгеле барышында Санкт-Петербург ҡалаһына күсә.
 
2019 йылдың июль айында Лига тәүгегә ҙурая: ҠҠХЛ составына тәүге сит ил вакиле — Ҡытайҙың Шэньчжень ҡалаһынан «Куньлунь Ред Стар Ванке Рэйз» хоккей клубы инә<ref>[https://whl.khl.ru/article/2729-v-pyatom-sezone-zhhl-vosemy-komand В пятом сезоне ЖХЛ - восемь команд]</ref>. 2020/21 йылдар миҙгеле алдынан Лига составынан Санкт-Петербургтан булған ике команда ла — «Динамо» һәм «Горный» сыға. Шуларҙың уйынсылары нигеҙендә Санкт-Петербургта «Динамо-Нева» командаһы төҙөлә<ref>[https://whl.khl.ru/article/3218-dinamo-neva-uchastnik-chempionata-zhhl-sezona-2020-2021 «Динамо-Нева» - участник Чемпионата ЖХЛ сезона 2020/2021]</ref>. Шулай уҡ был миҙгелдән башлап Воскресенск ҡалаһынан «МСМО 7.62» командаһы чемпионатта ҡатнаша башлай<ref>[https://whl.khl.ru/article/3178-sostav-uchastnikov-shestogo-sezona-zhhl Состав участников шестого сезона ЖХЛ]</ref>. «КРС Ванке Рэйз» коронавирус пандемияһы арҡаһында үҙенең өйҙәге уйындарын Мәскәү өлкәһендәге Ступино ҡалаһында уҙғара.
 
2021/22 йылдар миҙгеле алдынан ҠҠХЛ составына Ярославлдән яңы төҙөлгән «Ледяные Крылья» һәм Силәбенән «Белые Медведицы» хоккей клубтары керә<ref>[https://whl.khl.ru/article/3530-belie-medveditsi-i-ledyanie-krilyya-stali-uchastnikami-zhhl «Белые Медведицы» һәм «Ледяные Крылья» Лигаға ҡушылалар]</ref>. Силәбелә ҡатын-ҡыҙҙар командаһы 1997 йылдан 2015 йылда ҠҠХЛ төҙөлгәнгә тиклем була.
 
== Командалар ==