Быяла: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Рәсем:Быяла_Mountain.jpg|thumb|200px|Янартауҙың быяла тауҙары. Шифалы күлдәр ({{lang-en|Medicine Lake Volcano}}). [[Калифорния]]. Фото Джулии Доннелли-Нолэйн (USGS)]]
[[Рәсем:Быяла_Besednice.jpg|thumb|200px|[[Молдавит]]. Минерал, ерҙең тау тоҡомонан метеорит атылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Беседнице. [[Чехия]]]]
'''Быяла''' — материал һәм есем. Кварц ҡомон иретеп, махсус ысул менән эшкәртеп яҺаған үтә күренмәле ҡаты матдә<ref>Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)</ref>. Ул кешелек тормошонда иң боронғо дәүерҙәрҙән үк ҡулланыла.Төрлөлөгө менән көнкүрештең төрлө тармаҡтарында осратырға мөмкин.Башҡорт телендә шулай уҡ [[слюда]]ны ''ер быялаһы'' тип атайҙар <ref>Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 861 бит - 193-сө бит</ref>.
 
== Быяла төрҙәре ==
13 юл:
[[Башҡортостан сәнәғәте]]ндә быяла әйберҙәр етештереү урындағы балсыҡ, [[доломит]], кальцийланған [[сода]], каустик сода нигеҙендә алып барыла. “Газпром нефтехим [[Салауат (ҡала)|Салауат]]” ААЙ продукцияһы — натрий сульфаты һәм силикаты һәм ситтән килтерелгән (кварц ҡом) сеймал нигеҙендә быяла һәм унан эшләнгән әйберҙәр етештереү Красноусол быяла заводы, “[[Туймазы]] фарфоры”, [[Октябрьский]] фарфор эшләнмәләр заводы һ.б. предприятиеларында башҡарыла. Быяла етештереү (металл оксидтары, ярҙамсы ҡатнашмалар берләшмәләре), яныусан һәм электр мейестәрендә ҡайнатыу, аллойҙан етештерелгән продукция, иретмәнән эшләнгән әйберҙәргә рәүеш биреү (һуҙыу, прокатлау һ.б.), уларҙы яндырыу, артабан механик, химик, термик юл менән эшкәртеүҙе үҙ эсенә ала. Продукциянең төп төре — табаҡлы быяла. Туймазы медицина быялаһы заводы НС 1 (төҫһөҙ), СНС 1 (яҡтылыҡтан һаҡлай торған), МТО (медицина тараһы өсөн төҫһөҙ), ОС (ҡыҙғылт һары) маркалы быяланан өрөп эшләнгән әйберҙәр — ампулалар, пробиркалар, флакондар, шешәләр, шулай уҡ сәнғәти һәм керамик эшләнмәләр һ.б. етештерә; “ГазпромнефтехимСалават” ААЙ-ы — шыйыҡ быяла; “Салаватстекло” — полировкалы, тәҙрә, витрина, автомобиль өсөн, сыныҡтырылған һәм өс ҡатлы быяла, көҙгө, моллировкаланган эшләнмәләр һ.б.; “СТЕКЛОНиТ” ААЙ-ы — ваҡ быяла шарҙар, ровингылар, ептәр, конструкциялы, фильтрлау, электр изоляцияһы өсөн туҡымалар, фильтрлау селтәрҙәре, махсус аппретура менән эшкәртелгән тулыландырыусы быяла оно, туҡылмаған быяла сүс материалдар һ.б; Октябрьский фарфор эшләнмәләр заводы — һауыт-һаба, бина ҡабырғаларын эске яҡтан көпләү һәм иҙәнгә түшәү өсөн плиткалар сығара. Нефтехимия һәм катализ институтында шыйыҡ быяла һәм аның реологик үҙенсәлектәрен, структураланыу һәләтен көйләү, йәбешеү үҙенсәлектәрен яҡшыртыу, йәбештерелгән материалдарҙың ҡалтайыуын кәметеү өсөн [[глицерин]] өҫтәмәләре менән модификациялау буйынса тикшеренеүҙәр үткәрелә <ref>[https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=48934 В Башкортостане запустили новое производство зеркал для мебели]</ref> <ref>[https://www.orgpage.ru/resp-bashkortostan/stekolnaya-promyshlennost/ Стекольная промышленность в Республике Башкортостан]</ref> .
 
==Физик-механик характеристикаларсифаттары==
*Тығыҙлығы уның химик составы менән бәйле. Минималь тығыҙлығы кварц быялаларҙа — {{nobr|2200 кг/м<sup>3</sup>}}. [[Ҡурғаш]], [[висмут]], [[тантал]], [[барий]] булған быяларҙа [[тығыҙлыҡ]] 7500 кг/м<sup>3</sup> тиклем етә. Көнкүрештә йыш ҡулланылған [[натрий]]-[[кальций]]-силикаты быяларҙа, шул иҫәптә [[тәҙрә]]ләр - 2500-2600 кг/м<sup>3</sup>.
 
== Ауыҙ-тел ижадында ==
*Бала күңеле быяла - һаҡһыҙ әйтһәң, ыуала.
;варианты
*Ир күңеле - быяла, төшөп китһә, ыуала, ә ҡатын күңеле - ҡарындыҡ, күпме һуҙһаң да, ыуалмай ҙа, йыртылмай ҙа ул
 
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Быяла» битенән алынған