Быяла: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл:
== Быяла төрҙәре ==
Быяла төрҙөре уларҙың составындағы матдәләр нигеҙендә билдәләнә. Бер компонентлы - көкөрт, фосфор, углеродтан һәм ҡайһы бер металдар — кальций, хром, цинктан һ.б; шулай уҡ бериллий, цирконий, барий фторидтарынан, күп - фторбериллатлы быяла, металл галогенидтары нигеҙендә; составы буйынса — боратлы, бор-силикатлы (пирекс), силикатлы (кварц быяла), фосфатлы, халькогалогенидлы һ.б.; агрегат хәле буйынса — шыйыҡ (һелтеле иретмәләр), күләмле кристаллаштырылған (ситалдар); ҡатламдарының һаны буйынса — бер ҡатлы, күп ҡатлы (ярсыҡһыҙ, бер-береһенә йәбештерелгән силикат быяла пластинкаларҙан тора — триплекс, пентаплекс, полиплекс һ.б.; тәғәйенләнеше буйынса — төҙөлөш (тәҙрә, полировкалы, биҙәкле, арматураланған; архитектура-төҙөлөш — блоктар, пакеттар, формаланған быяла, күбек быяла; быяла көпшәләр), техник (оптика, химия лаборатория, медицина, электр техникаһы, электр изоляциялау, яктылык техникаһы һ.б.), тара, сортлы (бәллүр, һауыт-һаба), махсус (лазер, фотохром, оптик һәм магнит активлы) һ.б. быяла төрҙәре бар. Быяла үҙенсәлектәрен сеймалдың составы билдәләй. Таҙа кварц быяла (100% лы кремний диоксиды) юғары температураға сыҙамлығы менән айырыла, металдарҙың төрлө оксидтары берләшмәләренең һәм өҫтәмәләре төрлө төҫ, люминесценция, яҡтылыҡҡа һиҙгерлек, фотохром, полихром үҙенсәлектәр, агрессив мөхиткә һ.б. аҙмы-күпме сыҙамлыҡ бирә.
[[Файл:Shirinbek mausoleum in Shah-i-Zinda.jpg|thumb|right|200px|Сәмәрҡәндтең төҫлө быяла биҙәктәре]]
[[Файл:Стеклодув.jpg|thumb|200пкс|Быяла өрөүсе эш өҫтөндә]]
 
==Етештереү==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Быяла» битенән алынған