Быяла: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
10 юл:
Быяла етештереүҙә ҡулланылған матдәләрҙең төп өлөшөн 70-75 % кремний двуокисы (SiO2) тәшкил итә, уны кварц ҡомонан сығаралар. Икенсе өлөшө — кальций окисы (CaO). Ул быяланы химик яҡтан тотороҡло һәм ялтырауыҡлы итә. Урта быуаттарҙа уны ағас көлөнән йәки ылымыҡтарҙан алғандар. Эзбизташты беренсе булып Богемия быяласылары XVII быуатта ҡуша башлағандар. Быяланың өсөнсө өлөшө — [[һелтеле металдар]]ҙың оксидтары — натрий (Na<sub>2</sub>O) һәм калий (K<sub>2</sub>O) - 16-17% тәшкил итә. Быялаға улар юғары температура тәьҫирендә окистарға тарҡала торған сода (Na<sub>2</sub>CO<sub>3</sub>) йәки поташ (K<sub>2</sub>CO<sub>3</sub>) рәүешендә инә.
 
[[Башҡортостан сәнәғәте]]ндә быяла әйберҙәр етештереү урындағы балсыҡ, [[доломит]], кальцийланған [[сода]], каустик сода нигеҙендә алып барыла. “Газпром нефтехим [[Салауат (ҡала)|Салауат]]” ААЙ продукцияһы — натрий сульфаты һәм силикаты һәм ситтән килтерелгән (кварц ҡом) сеймал нигеҙендә быяла һәм унан эшләнгән әйберҙәр етештереү Красноусол быяла заводы, “[[Туймазы]] фарфоры”, [[Октябрьский]] фарфор эшләнмәләр заводы һ.б. предприятиеларында башҡарыла. Быяла етештереү (металл оксидтары, ярҙамсы ҡатнашмалар берләшмәләре), яныусан һәм электр мейестәрендә ҡайнатыу, аллойҙан етештерелгән продукция, иретмәнән эшләнгән әйберҙәргә рәүеш биреү (һуҙыу, прокатлау һ.б.), уларҙы яндырыу, артабан механик, химик, термик юл менән эшкәртеүҙе үҙ эсенә ала. Продукциянең төп төре — табаҡлы быяла. Туймазы медицина быялаһы заводы НС 1 (төҫһөҙ), СНС 1 (яҡтылыҡтан һаҡлай торған), МТО (медицина тараһы өсөн төҫһөҙ), ОС (ҡыҙғылт һары) маркалы быяланан өрөп эшләнгән әйберҙәр — ампулалар, пробиркалар, флакондар, шешәләр, шулай уҡ сәнғәти һәм керамик эшләнмәләр һ.б. етештерә; “ГазпромнефтехимСалават” ААЙ-ы — шыйыҡ быяла; “Салаватстекло” — полировкалы, тәҙрә, витрина, автомобиль өсөн, сыныҡтырылған һәм өс ҡатлы быяла, көҙгө, моллировкаланган эшләнмәләр һ.б.; “СТЕКЛОНиТ” ААЙ-ы — ваҡ быяла шарҙар, ровингылар, ептәр, конструкциялы, фильтрлау, электр изоляцияһы өсөн туҡымалар, фильтрлау селтәрҙәре, махсус аппретура менән эшкәртелгән тулыландырыусы быяла оно, туҡылмаған быяла сүс материалдар һ.б; Октябрьский фарфор эшләнмәләр заводы — һауыт-һаба, бина ҡабырғаларын эске яҡтан көпләү һәм иҙәнгә түшәү өсөн плиткалар сығара. Нефтехимия һәм катализ институтында шыйыҡ быяла һәм аның реологик үҙенсәлектәрен, структураланыу һәләтен көйләү, йәбешеү үҙенсәлектәрен яҡшыртыу, йәбештерелгән материалдарҙың ҡалтайыуын кәметеү өсөн [[глицерин]] өстәмәләреөҫтәмәләре менән модификациялау буйынса тикшеренеүҙәр үткәрелә <ref>[https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=48934 В Башкортостане запустили новое производство зеркал для мебели]</ref> <ref>[https://www.orgpage.ru/resp-bashkortostan/stekolnaya-promyshlennost/ Стекольная промышленность в Республике Башкортостан]</ref> .
 
==Физик-механик характеристикалар==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Быяла» битенән алынған