Никитин Сергей Яковлевич: өлгөләр араһындағы айырма

совет һәм рус йырсыһы, композитор
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Никитин, Сергей Яковлевич" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

08:24, 27 октябрь 2021 өлгөһө

Никитин Сергей Яковлевич (тыу. 8 март, 1944, Мәскәү[1]) — совет һәм Рәсәй композиторы, автор-башҡарыусы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995)[2], физик, физика-математика фәндәре кандидаты.

Биографияһы

Сергей Яковлевич Никитин 1944 йылдың 8 мартында Мәскәү ҡалаһында, дәүләт хәүефһеҙлеге майоры Никитин Яков Григорьевич һәм Никитина Вера Сергеевна ғаиләһендә тыуа.

1962 йылда Мәскәү ҡалаһында 587-се һанлы урта мәктәпте тамамлай. 1968 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының физика факультетын тамамлай. Физик, физика-математика фәндәре кандидаты. СССР Фәндәр академияһының Органик химия институтында һәм СССР Фәндәр академияһының Биологик физика институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй[1].


Файл:Nikitiny Wikipedia 300.jpg
Татьяна һәм Сергей Никитиндар

1962 йылдан Рәсәй һәм сит илдәрҙең Д. Сухарев, Э. Багрицкий, Б. Пастернак, Ю. Мориц, Ю. Левитанский, Г Шпаликов, Д. Самойлов, Александр Кушнер, А. Вознесенский, Е. Евтушенко, Б. Рыжий, У. Шекспир кеүек һәм башҡа шағирҙары шиғырҙарына йырҙар яҙа. [572 сығанағы ла көн күрһәтмәйҙер]

Сергей Никитин МДУ-ның физика факультеты агитбригадаһы эшендә музыкант, композитор, МДУ-ның физфагы квартеты етәксеһе булараҡ әүҙем ҡатнаша. Мәскәү дәүләт университетының сығарылыш студенттары Сергей Крылов, Валерия Миляева һәм Геннадий Иванов шиғырҙарына квартет һәм агитбригада репертуары өсөн йырҙар яҙа. Беренсе йырын 1962 йылда И. Уткиндың«Юлда» шиғырына ижад итә. [572 сығанағы ла көн күрһәтмәйҙер]

Сергей Никитин МДУ физиктарының квартетын(1963-1967) , шулай уҡ квинтетын (1968-1977) ойошторусы һәм етәксеһе була. Ә буласаҡ ҡатыны Татьяна Хашимовна Садыкова, сәхнәлә уның партнеры булараҡ сығыш яһай, улар 1968 йылда өйләнешәләр. Был квинтетҡа үҙе һәм ҡатынынан башҡа Кармен Сантакреу (Santacreu Carmen), Николай Туркин һәм Владимир Улин инә. [572 сығанағы ла көн күрһәтмәйҙер]

1972 йылда квинтет Берлинда 3-сө сәйәси йырҙар фестивалендә ҡатнаша. Концерт эшмәкәрлегенең тәүге көндәренән үк Никитин студенттар мөхитендә киң билдәлелек ала менән билдәлелек ала, һуңыраҡ һәм унан ситтә лә уңышҡа өлгәшә. Композиторлыҡ һәләте, гитарала оҫта уйнауы һәм үҙенсәлекле аранжировкары менән таныла ул.

1978 йылда Татьяна менән Сергей Никитиндар француз музыканты һәм дирижер Поль Мориа менән таныша. Ике айҙан һуң Поль Мориа Phillips фирмаһында Виктор Берковский һәм Сергей Никитиндың «Под музыку Вивальди» йырының инструменталь версияһын яҙҙыра. Йыр «Dans les Yeux d Émilie» дискына индерелә[3].

1980 йылда режиссер В. Меньшовтың «Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай» фильмы Сергей Никитин музыкаһы менән бергә «Иң яҡшы сит ил фильмы» номинацияһында«Оскар» премияһын ала.

Сергей Никитиндың музыкаһы театр, кино, телевидениела һәм радиола ҡулланыла. Бер нисә йыл, 1987 йылдан 1995 йылға тиклем Никитин Мәскәүҙең Олег Табаков етәкселегендәге «Табакерка» театрында музыкаль бүлек етәксеһе булып эшләй. Әлеге ваҡытта Никитин — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, лауреаты Царскосельск һынлы сәнғәт премияһы (1997) лауреаты, ирекле рәссам. [572 сығанағы ла көн күрһәтмәйҙер]

2013 йылдың ғинуарында Сергей Никитин Юрий Башметтың юбилейында сығыш яһауҙан баш тарта[4][5].

Сергей Никитин ете ҡыллы гитарала семиструнный сиған миноры ҡоролошонда уйнай[6].

Шәхси тормошо

  • Атаһы — Яков Григорьевич Никитин, хәрби.
  • Әсәһе — Вера Сергеевна Никитина, хужабикә.
  • Өлкән апаһы — Мила.
  • Һеңлеһе Клара.
  • Ҡатыны — Никитина Татьяна Хашим ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Садыкова; 31 декабрь, 1945, Сталинабад) (1968 йылдың 23 ғинуарынан).
    • Улы Александр (тыу. 1971).
      • килене Мэри.
      • ейәнсәре Наталья (тыу. 2003).
      • ейәне Данила (тыу. 2007).

Награда һәм премиялары

  • Мәскәү Комсомолы премияһы лауреаты
  • Халыҡ-ара студенттар һәм йәштәр фестивале лауреаты, Гавана (1978)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • Царскосельск һынлы сәнғәт премияһы лауреаты (1997, Т. Х. Никитина менән бергә)
  • 2018 йылда «Мәғрифәтселәр» номинацияһында Пушкин премияһы лауреаты[7].

Фильмография һәм театр эшмәкәрлеге

См. шулай уҡ

  • Никитина, Татьяна Хашимовна

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар