Никитин Сергей Яковлевич (физик): өлгөләр араһындағы айырма
"Никитин, Сергей Яковлевич (физик)" битен тәржемә итеп төҙөлгән |
(айырмалар юҡ)
|
06:56, 27 октябрь 2021 өлгөһө
Никитин Сергей Яковлевич (3 апрель 1916, Таганрог, Дон Ғәскәре өлкәһе[d] — 1990) — совет ғалимы, физик-экспериментаторы, физика-математика фәндәре докторы (1949), Сталин премияһы лауреаты.
Биографияһы
1916 йылдың 3 апрелендә Таганрог ҡалаһында тыуа.
1933 йылда мөктөпте һәм фабрика-завод училищеһын тамамлағандан һуң Ленинградта ОГПУ исемендәге Оптик-механика заводында токарь булып эшләй.
1934 йылда — Элемтә инженерҙары институты студенты. Беренсе курстан һуң Ленинград политехник институтының инженер-физика факультетына күсә, уны 1939 йылда тамамлай.
1938 йылдан Ленинград физика-техник институтының ғилми хеҙмәткәре.
1941-1943 йылдарҙа Балтиҡ флотында карабтарҙы магнитһыҙландырыу буйынса эшләй.
1943 йылда СССР Фәндәр Академияһының 2-се Лабораторияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1944 йылдан 1946 йылға тиклем Физика проблемалары институтында эшләй һәм 1944 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1946-1990 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының 3-сө лабораторияһында (1958 йылдан ИТЭФ) (Мәскәү) эшләй, шул иҫәптән лаборатория мөдире вазифаһын башҡара.
1945 йылдан Мәскәү инженер-физика институтында уҡыта, ғүмеренең аҙағына тиклем ИТЭФ-та семинар алыр бара[1].
Физика-математика фәндәре докторы (1949), профессор.
Атом ядроһы физикаһы, нейтрон физикаһы өлкәһендәге эштәр авторы, .
Наградалары
- 1953 йылда Сталин премияһы – атом ҡаҙанын булдырыу буйынса эксперименталь эштәре өсөн.
- «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы (1943).
Ғаиләһе
- Улы Никитин, Сергей Сергеевич (тыу. 1954).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Л.Б. Окунь НИКИТИН Сергей Яковлевич // УФН, т. 162, No 9, с. 177.