Рәхимов Әнүәр Мөбәрәкша улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
'''Рәхимов Әнүәр Мөбәрәкша улы''' ([[5 март]] [[1913]]—[[17 сентябрь]] [[1994]])  — агроном. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1954). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған агрономы (1977), БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы<ref name="Башҡорт энциклопедияһы">[http://bashenc.online/ba/articles/{{БЭ2013|93026/ Рәхимов Әнүәр Мөбәрәкша улы]}}</ref>.
 
== Биографияһы ==
Рәхимов Әнүәр Мөбәрәкша улы 1913 йылдың 5 мартында [[Стәрлетамаҡ]] ҡалаһында тыуған. [[1935 йыл]]да Ташкент ауыл хужалығы институтын, 1941 йылда [[Мәскәү]]ҙә Маркс—Энгельс— Ленин институтын тамамлаған. 1933 йылдан алып Ташкентта эшләй: Үзбәк юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбендә, 1937 йылдан башлап Ташкент ауыл хужалығы институтында уҡыта<ref name="Башҡорт энциклопедияһы" />. 1942—43 йылдарҙа Һырдаръя район ер бүлегенең агросәнәғәт участкаһы мөдире вазифаһын башҡара. 1945 йылдан алып [[Әлшәй районы]]ның Курорттар идаралығы ярҙамсы хужалығының өлкән агрономы булып эшләй. 1949 йылдан башлап Башҡортостан баҫыусылыҡ ғилми‑тикшеренеү станцияһында эшләй: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1952 йылдан алып бүлек мөдире була. 1954—80 йылдарҙа Башҡорт ауыл хужалығы институтында эшләй. 1966—69 йылдарҙа агрономия факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1978 йылға тиклем дөйөм игенселек кафедраһы мөдире вазифаһында<ref name="Башҡорт энциклопедияһы" />.
1953 йылда ауыл хужалығы фәндәре кандидатына дәғүә итеп, Һарытау ауыл хужалығы институты янында «Подбор и агротехника смесей многолетних трав на сено для полевых севооборотов Башкирской АССР» темаһына диссертация яҡлай<ref>[https://search.rsl.ru/ru/record/01006013468/ Рахимов Энвер Мубаракшевич]</ref>.
Рәхимов Әнүәр Мөбәрәкша улының фәнни тикшеренеүҙәре күп йыллыҡ үләндәр һәм уларҙың ҡатышмаларын һайлап алыуға һәм агротехникаһына, тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыуға, ерҙе эрозиянан һаҡлауға, ҡый үләндәре менән көрәш сараларын уйлап табыуға арналған. 1958 йылда Рәхимов тарафынан Миловка уҡытыу‑тәжрибә хужалығында баҫыуҙағы сәсеү әйләнешенең, даими сәсеүҙең продуктлылығын өйрәнеү буйынса стационар баҫыу тәжрибәләре башланған. Рәхимов ҡатнашлығында баҫыуҙағы сәсеү әйләнешенең теоретик нигеҙҙәре һәм ундағы ашлама системалары (Башҡортостандың Урал алды ҡара тупрағы), кукурузды силосҡа үҫтереү технологияһы һ.б. эшләнә. 97 фәнни хеҙмәт авторы.
 
Рәхимов Әнүәр Мөбәрәкша улы 1994 йылдың 17 сентябрендә [[Өфө]]лә вафат була.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Һылтанмалар ==
* {{БЭ2013|93026}}