Ғөзәйеров Ғарифулла Вәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Глосбе Башҡорт энциклопедияһы мәҡәләһен ҡуллана
1 юл:
{{Ук}}
'''Ғөзәйеров Ғарифулла Вәли улы''' [[14 август]] [[1911]]  — [[2 ноябрь]] [[1991]]), — журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1958)<ref name="Башкирская энциклопедия">[http://bashenc.online/ba/articles/{{БЭ2013|84873/ ҒӨЗӘЙЕРОВ Ғарифулла Вәли улы ]}}</ref>. [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] кавалеры (1949).
 
== Биографияһы ==
Ғөзәйеров Ғарифулла Вәли улы 1911 йылдың 14 авгусында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Иҫке Ибрай ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы) күп балалы ғаиләлә иң кесе, туғыҙынсы бала булып тыуған. Ошо уҡ йылда атаһы ауырып вафат була. Бәләкәй Ғарифуллаға, 1921 йылғы ҡот осҡос аслыҡ ваҡытында, балаларҙы етем ҡалдырып, әсәһе вафат булғанда Ғарифуллаға ун йәш тә булмай ҡала. Иртә бала сағынан Ғарифулламалай белемгә ынтыла, грамота һәм иҫәпте иртә төшөнә. Хыялы уны Башҡорт педагогия техникумына алып килә, уны 1932 йылда уңышлы тамамлай<ref name="Муниципальный район Аургазинский район Республики Башкортостан">[https://aurgazy.bashkortostan.ru/presscenter/news/104644/ Он был одним из организаторов СМИ Башкортостана (К 105-летию со дня рождения Гарифуллы Гузаирова)]</ref>.
 
Бүздәктә ауыл йәштәре мәктәбендә йәмғиәт белеме уҡытыусы булып эшләгән йылдарҙа ул район һәм республика гәзиттәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә башлай. Уға был эштә урыҫ телен белеүе ярҙам итә. Йәш кешене Рәсәй агентлығының башҡорт бүлегенә эшкә алалар, унда Ғарифулла Гөзәйеров беренсе журналистлыҡ тәжрибәһе ала.
Ике йыл Ҡыҙыл армияАрмия сафтарында хеҙмәт иткәндән һуң яуаплы секретарь, «Йәш төҙөүсе» (ҡара: “Йәншишмә”«Йәншишмә») гәзитенең мәхәррир урынбаҫары, мөхәррире булып эшләй<ref name="Муниципальный район Аургазинский район Республики Башкортостан" />.
 
1937 йылдан — “Пионер”«Пионер» журналын, 1938 йылдан ул — «Ҡыҙыл Башкортостан» республика гәзитен, 1939 йылдан «Ленинсы» йәштәр гәзитен етәкләй. 1942 йылда Мәскәүҙә ВКП(б) ҮК ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай<ref name="Башкирская энциклопедия" />. Шул уҡ йылдың декабренән Ғарифулла Ғөзәйеров Башкорт кавалерия дивизиясенеңдивизияһының запас частарында хезмәт итә, Өфөлә урынлашҡан Севастополь Зенит училищеһында уҡый. 1943 йылдан ВЛКСМ‑дың Башҡортостан өлкә комитетыты секретары, 1944 йылда  “Правда”«Правда» (“Хәҡиҡәт”«Хәҡиҡәт») гәзитенең үҙ хәбәрсеһе була<ref name="Башкирская энциклопедия" />.
 
1948 йылдан Ғарифулла Вәли улы «Ҡыҙыл таң» гәзитенең яуаплы секретары. Шул уҡ йылда Мәскәүгә уҡырға киткән мөхәррир урынына эште алып ҡала. 1950 йылда  — Башҡортостан дәүләт нәшриәте хеҙмәткәре, 1955 йылда  — БАССР Мәҙәниәт министрлығының бүлек начальнигы. 1958 йылдан алып БАССР МС‑ыМинистрҙар эргәһендәСоветы ҡарамағындағы Телевидение һәм радиотапшырыуҙар комитетыты рәйесе, 1965—70 йылдарҙа рәйес урынбаҫары (1949)<ref>[https://ru.glosbe.com/ba/ru/ ҒӨЗӘЙЕРОВ Ғарифулла Вәли улы]</ref>.
 
1955 йылдан алып республиканың Мәҙәниәт министрлығында бүлек мөдире булып эшләй. 1957 йылда республика радиокомитеты Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы радиотапшырыуҙар һәм телевидение комитеты итеп үҙгәртелә. 1957 йылдың 10 декабрендә Ғарифулла Ғөзәйеровты комитет рәйесе итеп раҫлайҙар. Уны 1965 йылға тиклем етәкләй, һуңынан хаҡлы ялға киткәнгә тиклем 1970 йылда рәйес урынбаҫары булып эшләй. Был уның тормошоноң иң һөҙөмтәле йылдары була. Нәҡ бына шул осорҙа Башҡортостанда телевидение нигеҙҙәре һалына, яңа техника һәм технологияләр әүҙем индерелә<ref name="Муниципальный район Аургазинский район Республики Башкортостан" />.
 
Ғөзәйеров Ғарифулла Вәли улы 1993 йылдың 2 ноябрендә вафат була, [[Өфө]]лә ерләнә.
 
== Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре ==
* [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]]
 
== Хәтер ==
Ғөзәйеров Ғарифулла Вәли улының тормошо һәм ижадына «Башҡорт энциклопедияһының» икенсе томында һәм «Ҡыҙыл таң» гәзитенең ҡыҫҡа энциклопедияһында мәҡәләләр арналған<ref name="Муниципальный район Аургазинский район Республики Башкортостан" />.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Һылтанмалар ==
* {{БЭ2013|84873}}
* [https://aurgazy.bashkortostan.ru/presscenter/news/104644/ Он был одним из организаторов СМИ Башкортостана (К 105-летию со дня рождения Гарифуллы Гузаирова)]
 
* [https://ru.glosbe.com/ba/ru/ ҒӨЗӘЙЕРОВ Ғарифулла Вәли улы]
{{Портал|Шәхестәр}}
{{Башҡорттар}}