Әрмәндәрҙе юҡ итеү сәйәсәте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
107 юл:
 
=== Тәүге депортациялар ===
[[1915 йыл]]дың март уртаһында британ-француз көстәре [[ДарданеллыДарданелл]]ға һөжүм итә. [[Истанбул]]да баш ҡаланы Эскешәһәргә күсереү һәм урындағы халыҡты эвакуациялау буйынса әҙерлек эштәре башлана. Әрмәндәрҙең союздаштарына ҡушылыуынан ҡурҡып, Ғосман империяһы хөкүмәте Истанбул һәм Эскешәһәр араһындағы әрмән халҡын күсерергә ниәтләй. Шул уҡ ваҡытта Иттихат үҙәк комитетының бер нисә ултырышы була, һәм унда «Тәшкиләт-и Махсуса|Специальная организация» ойошмаһы башлығы Бехаэддин Шакир көнсығыш Анатолияла әрмән төркөмдәренең эшмәкәрлеген раҫлаған дәлилдәр килтерҙе. "Эске дошман"дың ҡурҡынысы «тышҡы дошманға» ҡарағанда кәм түгел ти Шакир. Уға киңерәк вәкәләт бирелә. Март аҙағында — апрель башында "Махсус " Иттихат радикаль эмиссарҙары, шул иҫәптән, артыҡ ҡанһыҙ ысул, ҡулға алыуҙар һәм язалауҙар, менән Рәшид-бей ({{lang-tr|Reşit Bey}}) ҡорал таптырған, ә һуңыраҡ әрмәндәрҙе үлтереүсе фанатикка әйләнә. Акчам Танер әрмәндәрҙе дөйөм көсләп ҡыуып сығарыу ҡарары мартта уҡ ҡабул ителгән була тигән фаразлау бар.
<ref>Akcam, Taner, «Armenien und der Völkermord: Die Istanbuler Prozesse und die türkische Nationalbewegung». Hamburg: Hamburger Edition, 1996. P.59</ref>
, әммә Истанбулдан көсләп күсереү үткәрелмәүе ул мәлгә әрмәндәрҙең яҙмышы һуғыштың артабан нисек барышына бйле булғандыр тип фаразларға була<ref name="Bloxham 78-80" />.
 
Йәш төрөктәрҙең, депортация әрмәндәрҙең Көнсығыш фронтта лояль булмауы менән бәйле тип раҫларға маташыуына ҡарамаҫтан, әрмәндәрҙең беренсе көсләп күсерелеүе Әхмәд Жемаль паша етәкселегендә көнсығыш фронты менн күршеләш райондарҙа түгел, ә Кесе Азияның (Анатолия) үҙәгенән ([[Киликия]]{{Sfn|Роган|2018|с=271}}) [[Сүриә]]гә йүнәлтелгән. Мысыр кампанияһында еңелгәндән һуң, ул СөләйманлыСөләймәнле (Зәйтун) һәм ДүртөйләДүртөйлө әрмән халҡын потенциаль ҡурҡыныс тип таныған һәм, союздаш державаларҙың үтеп инеүе осрағын күҙ уңында тотоп, үҙенең контроле аҫтындағы территорияның этник составын үҙгәртеү маҡсатынан беренсе тапҡыр әрмәндәрҙе көсләп күсереүҙе тәҡдим итә<ref name="A Question of Genocide, 276-284" />. Әрмәндәр депортацияһы 8 апрелдә быуаттар дауамында өлөшләтә бойондороҡһоҙ булған һәм төрөк властары менән ҡапма-ҡаршылыҡлы мөнәсәбәттәрҙә торған Зәйтун ҡалаһынан башлана. Был хәрәкәтте нигеҙләү маҡсатында Зәйтун әрмәндәре һәм Рәсәй хәрби штабы араһында йәшерен килешеү барлығы тураһындағы хәбәр килтерелгән, әммә ЗәйтунЗәйтүн әрмәндәре бер ниндәй ҙә дошманлыҡ саралары күрмәгәнкүрһәтмәгән<ref name="The Armenian People from Ancient to Modern Times 2-249-250" /><ref name="Bloxham 82-83" /><ref name="Aram Arkun. Zeytun and the Commencement of the Armenian Genocide" />.
 
[[Файл:Armrefugees.jpg|thumb|left|300px|Дейр-эз-Зор концентрацион лагерында ҡасаҡ әрмәндәр үле ат кәүҙәһе янында]]
Ҡалаға өс мең төрөк һалдаты индерелә. ЗәйтундыңЗәйтундең цйәш ирҙәренең бер өлөшө, төрөк һалдаттарына һөжүм иткән бер нисә дезертирҙы ла ҡыҫтырып, әрмән монастырына ҡаса һәм унда оборона ойоштороп, әрмән сығанаҡтарына ярашлы, монастырь яулап алынғансы, 300 һалдатын (төрөктәр майор һәм һигеҙ һалдат тип күрһәтә) юҡ итә. Әрмән яғы хәбәрҙәренән билдәле булыуынса, һалдаттарға һөжүм итеү уларҙың әрмән ауылдарында ҡылған әшәкелектәре өсөн үс алыу сараһы була. Зәйтун ҡалаһы әрмән хаҡының күпселеге боласыларҙы хупламаған, әрмән общинаһы лидерҙары боласыларға бирелергә кәңәш итә һәм хөкүмәт ғәскәрҙәренең уларҙы язаға тарттырыуына ҡамасауламай. Әммә ғосман чиновниктарының аҙ өлөшө генә әрмәндәрҙең тоғролоғон танырға әҙер була, күпселеге Зәйтун әрмәндәренең дошман менән хеҙмәттәшлек итә тип ышанған. Эске эштәр министры Талаат Константинополдәге әрмән патриархына дезертирҙарҙы тотоп биргәне өсөн әрмән халҡына рәхмәт белдерә. Әммә һуңыраҡ был ваҡиғаларҙы сит ил державалары менән дөйөм ихтилалдың өлөшө — төрөк тарихнамәһе ҡарашын нығыта. Төп әрмән халҡы ғосман армияһына ҡаршы тороуҙы хупламаһа ла, барыбер Зәйтун әрмәндәрен Дер-зор лагерына йә сүллеккә ҡыуалар, һәм унда һуңыраҡ әрмәндәрҙе йә үлтергәндәр, йә аслыҡтан әм сирҙәрҙән үлеүгә дусар итеп, ҡалдырғандар. Зәйтундан һуң, шундай уҡ яҙмыш [[Киликия]]ның башҡа ҡалаларын да көткән. Бындай депортациялар Вандағы ваҡиғаларға тиклем булған, һәм быны ғосман властары әрмәндәргә ҡаршы кампанияны нигеҙләү өсөн ҡулланғандар. Ғосман хөкүмәте башҡарған эштәр үҙ-ара тура килмәгәнсә ине, әммә ул империяның бөтә территорияһын биләмәгәйне әле<ref name="The Armenian People from Ancient to Modern Times 2-249-250" /><ref name="Bloxham 82-83" /><ref name="Aram Arkun. Zeytun and the Commencement of the Armenian Genocide" />.
 
Зәйтун әрмәндәрен көсләп күсереү геноцидты ойоштороу менән бәйле мөһим мәсьәләне асыҡлай. Әрмәндәрҙең ҡайһы бер өлөшө Сүриәнән һәм Ираҡтан алыҫ урынлашҡан Коньяға — һуңынан, нигеҙҙә, әрмәндәр шунда күсерелгән. Әхмәд Жемал паша шәхсән Месопотамияны түгел, боеприпастарҙы ташыуға ҡаршылыҡ булдырмаҫ өсөн, Коньяны һайланым, тп раҫлаған. Әммә апрелдән һуң һәм Жемал юрисдикцияһы аръяғына күсерелеүсе әрмәндәрҙең бер өлөшө Коньяға оҙатыла, һәм был депортация планының 1915 йылдың апрелендә үк булғанлығына ишаралай <ref name="Aram Arkun. Zeytun and the Commencement of the Armenian Genocide" />.