Ялкаев Яныш Ялкаевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.8
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
 
5 юл:
Яныш Ялкаевич Ялкаев 1906 йылдың 25 октябрендә [[Өфө губернаһы]] [[Бөрө өйәҙе]]нең Мишкә улусы<ref>Хәҙер [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Мишкә районы]]</ref> [[Сурай]] ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң 2 йыл улус земство управаһында писарь ярҙамсыһы булып эшләй.
 
[[1919 йыл]]дан Мишкә 2 класлы училищела уҡый, һуңынан йүнәлтмә буйынса [[Николо-Берёзовка]] педтехникумына ебәрелә. [[Бөрө (ҡала)|Бөрө]] педагогия техникумын (1924—1926), [[Мәскәү дәүләт университеты]]ның тарих-филология факультетын (19311934) тамамлай.
 
Мари өлкә музейында, СССР-ҙың Фәндәр академияһының антропология һәм этнография институтында ғилми хеҙмәткәре, «Совет этнографияһы» журналы редколлегияһы ағзаһы була.
 
[[1937 йыл]]дың көҙөндә Я. Ялкайн ғәйеп ташланыуға дусар була. Уны әҫәрҙәрендә совет ысынбарлығына социалистик булмаған ҡараштарын үҙ иткән «халыҡ дошмандарын һәм буржуаз милләтселәрен фашламауҙа» ғәйепләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта уны СССР яҙыусыларЯҙыусылар Союзысоюзы идаралығыидараһы ағзалығынан азат итәләрсығаралар. Көн һайын ҡулға алыныуҙы көткән Ялкайн ауырлы ҡатынын Башҡортостанға ҡайтара. Ян улын уға күрергә насип булмай. Я. Ялкайн [[1938 йыл]]дың апрелендә ҡулға алына, ул «баш күтәреүселәр ойошмаларын ойоштороуҙа һәм фин разведкаһы файҙаһына шпионлыҡ итеүҙә» ғәйепләнә һәм 17 сентябрҙә [[Мәскәү]]ҙә атып үлтерелә{{Sfn|Писатели МЭ|2008|страницы=729|с=729}}.
 
[[1957 йыл]]да аҡлана.