Әрмәндәрҙе юҡ итеү сәйәсәте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
88 юл:
«…беҙ әрмәндәрҙең дүрттән өлөшөнән ҡотолдоҡ инде, улар хәҙер Битлиста ла, Ванда ла, Эрзерумда ла юҡ. Әрмәндәр һәм төрөктәр араһында бер-береһен күрә алмаусанлыҡ хәҙер шулай көслө, уларҙан ҡотолоу кәрәк. Беҙ шулай эшләмәһәк, улар беҙҙә аҙағыраҡ үс аласаҡ»
|}
Йәшерен төрөк-герман хәрби килешеүе төҙөлөлөү менән, [[Иттихат]] дөйөм мобилизация иғлан итә, уның һөҙөөмтәһендә барлыҡ сәләмәт әрмән ир-егете армияға саҡырыла. Тәүге саҡырыу 20—45 йәшлектәр категорияһын, артабанғы икеһе — 18—20 һәм 45—60 йәшлектәрҙе солғай. Тиҙҙән, Беренсе донъя һуғышына инеү менән, Ғосман империяһы бер нисә фронтта хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Ғосман ғәскәрҙәренең Рәсәй һәм Фарсыстан территорияһына баҫып инеүе әрмәндәргә ҡаршы репрессиялар ареалының ҙурайыуына килтерә: 1914 йылдың нобренән 1915 йылдың апреленә тиклем 4—5 мең әрмән ауылы талана һәм дөйөм алғанда {{nobr|27 000}} әрмән һәм бик күп [[ассирийлылар]] үлтерелгән<ref name="The Armenian People from Ancient to Modern Times 2-245-249" /><ref name="America and the Armenian Genocide of 1915, 62-68" />.
 
[[1915 йыл]]дың ғинуарында көнсығыш фронтта барған Һарығамыш алышында Энвер пашаның ғәскәрҙәрен урыҫ армияһы тар-мар итә. Һөҙөмтәлә ғосман армияһы Тәбриз һәм Хой ҡалаларынан алып ташлана. Рәсәй армияһының еңеүенә Рәсәй империяһында йәшәүсе әрмәндәрҙең үҙ теләге менән алышыуы күп дәрәжәлә ярҙам итте, һәм Иттихатҡа бөтә әрмәндәрҙең хыянаты тураһында пропаганда алып барыу мөмкинлеге бирҙе<ref name="The Armenian People from Ancient to Modern Times 2-245-249" /><ref name="America and the Armenian Genocide of 1915, 62-68" />.