24 октябрь: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
42 юл:
* [[Мочалов Александр Николаевич]] (1921—16.07.2003), [[Инженерлыҡ эше|инженер-механик]], [[сәнәғәт]] эшмәкәре. 1941—1992 йылдарҙа [[Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе]]нең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1966 йылдан — баш инженер, 1980—1983 йылдарҙа — автомобиль моторҙары заводы директоры. [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1979). [[Ленин ордены|Ленин]] (1971), [[Октябрь Революцияһы ордены|Октябрь Революцияһы]] (1976), [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ]] (1966) һәм [[Халыҡтар Дуҫлығы ордены|Халыҡтар Дуҫлығы]] (1980) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге [[Иваново өлкәһе]]нең Игнатцево ауылынан.
* [[Дәүләтбаев Миңнулла Лотфулла улы]] (1926—25.01.1994), [[Педагогика|педагог]], халыҡ ижады өлгөләрен йыйыусы һәм [[ҡумыҙ]] яһау оҫтаһы. 1962 йылдан Салауат балалар музыка училищеһы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайының фольклор ансамбле етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986). Сығышы менән хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Мәләүез районы]] [[Томансы]] ауылынан.
* Хәмид (Хәмиҙуллин Ризуан Мирхәбибулла улы; 1941—17.09.2017), журналист, драматург, йәмәғәтсе. 1985—1987 йылдарҙа Татарстан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары. Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991), Муса Йәлил исемендәге премия лауреаты (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Уҫман Ташлы ауылынан.
* [[Риф Тойғонов]] (1946—8.01.2014), [[башҡорт]] шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2012—2014 йылдарҙа [[Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы]] рәйесе. [[Рәсәй Федерацияһы]]ның (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарёв һәм Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.
}}</onlyinclude>
«https://ba.wikipedia.org/wiki/24_октябрь» битенән алынған