Иҫәнбай (Илеш районы): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
4 юл:
 
== Тарихы ==
Иҫәнбай ауылы [[Миңеште]] йылғаһы ([[Ағиҙел]] йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан, 10-сы кантон 7-се йортоноңйорто Айыу түбәһе составында торған. Ауылға нигеҙ һалыусы [[башҡорт]] Иҫәнбай Йәнурыҫов (1712 йылда). Ҡырғыҙ улусы башҡорттарының 1749 йылда Бай һәм Йоталы йылғалары буйлап яһаҡ татарҙарын үҙ биләмәләренә индереү тураһындағы килешеү документтарында Иҫәнбай ауылы һәм унда йәшәүсе Иҫәнбай Йәнурыҫов күрһәтелгән. Уның улы Мәсәғүт 1726—1887 йылдарҙа йәшәгән. Мәсәғүттең улы Әбделмәжит, уның улы Ғәбделвәхит, уның улдары — Әбдрафиҡ һәм Шаһиәхмәт. Мәсәғүттең икенсе улының исеме — Хәлит, уның улдары — Әбделлатиф, Абдулла. Мәсәғүттең өсөнсө улы — Мөхәммәтрәхим, уның улы — Әбдрәхим<ref name="Уфаген">[http://ufagen.ru/places/ilishevskiy/isyanbaevo.html. Исянбаево]</ref>.
 
1795 йылда ауылда — 14 йорт 105 кеше, 1816 йылда — 17 йорт, 150 кеше, 1834 йылда — 27 йорт, 277 кеше, 1858 йылда — 40 йорт, 437 кеше, 1870 йылда — 65 йорт, 489 кеше, 1920 йылда 220 йортта 1378 кеше йәшәгән<ref name="Уфаген"></ref>.