Иҫәнбай (Илеш районы): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
2 юл:
'''Иҫәнбай''' ({{lang-ru|Исанбаево}}) — [[Башҡортостан]]дың [[Илеш районы]]ндағы ауыл. [[2010]] йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 523 кеше<ref>{{2010. Башҡортостан ауылдары}}</ref>.
Почта индексы — 452276, [[ОКАТО|ОКАТО коды]] — 80230832001.
 
== Тарихы ==
Иҫәнбай ауылы Миңеште йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан, 10-сы кантон 7-се йортоноң Айыу түбәһе составында торған. Ауылға нигеҙ һалыусы башҡорт Иҫәнбай Йәнурыҫов (1712 йылда). Ҡырғыҙ улусы башҡорттарының 1749 йылда Бай һәм Йоталы йылғалары буйлап яһаҡ татарҙарын үҙ биләмәләренә индереү тураһындағы килешеү документтарындаИҫәнбай ауылы һәм унда йәшәүсе Иҫәнбай Йәнурыҫов күрһәтелгән. Уның улы мәсәғүт 1726—1887 йылдарҙа йәшәгән. Мәсәғүттең улы Әбделмәжит, уның улы Ғәбделвәхит, уның улдары — Әбдрафиҡ һәм Шаһиәхмәт. Мәсәғүттең икенсе улының исеме — Хәлит, уның улдары — Әбделлатиф, Абдулла. Мәсәғүттең өсөнсө улы — Мөхәммәтрәхим, уның улы — Әбдрәхим<ref name="Уфаген">[http://ufagen.ru/places/ilishevskiy/isyanbaevo.html. Исянбаево]</ref>.
 
1795 йылда ауылда — 14 йорт 105 кеше, 1816 йылда — 17 йорт, 150 кеше, 1834 йылда — 27 йорт, 277 кеше, 1858 йылда — 40 йорт, 437 кеше, 1870 йылда — 65 йорт, 489 кеше, 1920 йылда 220 йортта 1378 кеше йәшәгән<ref name="Уфаген"></ref>.
1870 йылда ауылдың этник составы яңылыш күрһәтелгән, ауылда бер мишәр булмауына ҡарамаҫтан, бөтә башҡорттар мишәр тип күрһәтелгән<ref name="Уфаген"></ref>.
 
Х ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылда 221 ир-егет теркәлгән, шул иҫәптән 160 йорт хужаһы. 1896 йылда ауыл йыйылышында әлеге йорт хужаларынан 110 кеше ҡатнашҡан. Йылылыш документында төрки телендә 13 башҡорт (10 проц.) ҡул ҡуйған, ҡалғандары -үҙ тамғаларын<ref name="Уфаген"></ref>.
1843 йылда 277 кешенең һәр береһе икешәр бот иген сәскән (бөтәһе 540 бот).
Ауылда мәсет, уның ҡарамағында — училище һәм Миңлеште йылғаһында тирмән теркәлгән<ref name="Уфаген"></ref>.
 
== Халыҡ һаны ==