Мартин Хайдеггер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Хайдеггер, Мартин" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

09:16, 20 октябрь 2021 өлгөһө

Мартин Хайдеггер (нем. Martin Heidegger [ˈmaɐ̯tiːn ˈhaɪdɛɡɐ]; 26 сентябрь, 1889, Месскирх, Бөйөк Баден герцоглығы, Герман империяһы — 26 май, 1976, Фрайбург-им-Брайсгау, Баден-Вюртемберг, ГФР) — немец аҡыл эйәһе, XX быуаттың иң эре философтарының береһе.

Ғаләмдең нигеҙе булған һәм билдәләү мөмкин булмаған, әммә бар нәмәгә лә ҡағылышы булған тәбиғи стихияһы булараҡ Йәшәйеш тураһындағы тәғлимәткә нигеҙ һала. Йәшәйеш оранын шәхесте көндә осрап торған илююзияларҙан таҙартыу (иртә осорҙа) йәки телебеҙҙең асылына төшөнөү юлдарында (һуңғы осор) ишетергә була. Ул — немец экзистенциализмының иң күренекле вәкилдәренең береһе. Текстарының үҙенсәлекле булыуы һәм немец теле диалектын үҙенең етди хеҙмәттәрендә ҡулланыуы менән дә танылыу яулаған ул.

Тарих фәнендә Хайдеггерҙың нацизмға ҡарата мөнәсәбәте тураһындағы мәсьәлә бәхәсле булып ҡала.

Биографияһы

Месскирх ҡалаһында (Штутгарттан көньяҡҡа табан 80 километрҙа) әллә ни бай булмаған католик ғаиләһендә тыуа. Уның атаһы Фридрих һөнәрсе була һәм изге Мартин костелында хеҙмәт итә, ә әсәһе Иоганна Кемпф крәҫтиән була. Фриц исемле ағаһы менән бергә үҫә ул. Мартин 1903 йылда Констанц һәм 1906 йылдан башлап Фрайбург ҡалалары гимназияларында белем ала. 1909 йылдың көҙөндә Хайдеггер иезуит монастырында постриг ҡабул итергә йыйына, ләкин йөрәк менән сирләп китеүе уның тормош юлын үҙгәртеп ебәрә[1].

1909 йылда Фрайбург университетының теология факультетына уҡырға инә. 1911 йылда Мартин философия факультетына күсә һәм уны 1915 йылда тамамлай, ике диссертация яҡлай: «Психологизмда фекер йөрөтөү тураһында тәғлимәт» (1913 йыл) һәм «Дунс Скоттың категориялар һәм мәғәнәләр тураһындағы тәғлимәте» (1915 йыл) темаларына. Беренсе донъя һуғышы башланғандан һуң 1914 йылдың 10 октябрендә Хайдеггер армияға алына, әммә йөрәгендәге неврастения сире арҡаһында хәрби хеҙмәткә яраҡлылығы сикләнгән тип таныла һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша алмай, бер аҙ ваҡыт тыл ополченец-ландштурмисы[2] була.

1915 йылда Фрайбург университетының теология факультетында приват-доцент булып эшләй, унда «Антик һәм схоластик философияның төп һыҙаттары» курсын уҡыта. Әммә аҡыл эйәһенең бойондороҡһоҙ ҡараштары уны католик теологтарына ҡапма-ҡаршы ҡуя һәм христиан философияһына ҡарата ҡыҙыҡһыныуын кәметә[3]. Бында Хайдеггер Гуссерль феноменологияһы йоғонтоһон тоя. 1917 йылдың март айында Хайдеггер 1915/1916 йылдарҙа үҙенең тәүге студенты булған прус лютераны Эльфрида Петриға өйләнә. 1919 йылда Хайдеггерҙың улы Йорг тыуа.

Католик теологияһы йоғонтоһонан азат булыуы Мартин Хайдеггерҙың Марбург университетына (1922 йыл) күсеүенә булышлыҡ итә. Марбургта эшләгән йылдарында, бигерәк тә 1927 йылда «Йәшәйеш һәм заман» трактаты донъя күргәндән һуң, Хайдеггер киң танылыуға өлгәшә. «Кант һәм метафизика мәсьәләләре», «Нимә ул метафизика», «Нигеҙҙең асылы тураһында» кеүек хеҙмәттәрен ул тап ошо осорҙа яҙа.

1928 йылда Фрайбургҡа ҡайта һәм отставкаға сыҡҡан Гуссерль кафедраһын ала. 1929 йылдың мартында Давоста Эрнст Кассирер менән дебаттарҙа ҡатнаша. 1933 йылдың 21 апрелендә, нацистар властҡа килгәндән һуң, Хайдеггер бер йыл Фрайбург университеты ректоры була, шул уҡ йылдың 1 майында НСДАП-ға ағза булып инә һәм сәйәси эшмәкәрлектә ҡатнаша. Ул университетты нацист дәүләтенә индереү яҡлы була һәм телмәрендә ницист риторикаһын киң ҡуллана. Икенсе донъя һуғышы тамамланғанға тиклем НСДАП ағзаһы булып ҡала. 1838 йылда Хайдеггерҙың үҙенең уҡытыусыһы булған Гуссерлде ерләргә бармауы айырым рәүештә билдәләп үтелә[4].

1947 йылда «Гуманизм тураһында хат»ы баҫылып сыға, унда Хайдеггер үҙенең тәғлимәтенең экзистенциализмдан һәм Европалағы яңы ғына барлыҡҡа килгән гуманизмдан нимә менән айырылып тороуын аныҡ билдәләй. Һуғыштан һуңғы осорҙағы эштәре «Урман һуҡмаҡтары» (1950), «Докладтар һәм мәҡәләләр» (1954), «Оҡшашлыҡ һәм айырма» (1957), «Телгә табан юл» (1959) һәм башҡа йыйынтыҡтарына индерелә. «Нимә ул фекерләү?» (1954) лекциялары, «Ницше» (1961) ике томлығы һәм башҡа бик күп хеҙмәттәре донъя күрә. Хайдеггер вафатынан һуң тыуған ҡалаһында ерләнә. Хайдеггерҙың китапханаһы һәм хеҙмәттәренең архивы Фонд «Хомбройх утрауы» Фондында һаҡлана.

Философия

Йәшәйеш, заман һәм Dasein

Хайдеггер философияһы аҡыл эйәһенең ике фундаменталь күҙәтеүҙәрен берләштереүгә нигеҙләнә.

Беренсенән, уның фекеренсә, философия 2000 йылдан ашыу был донъяла «бар йәки булған» тип билдәләнгән нәмәгә, шул иҫәптән донъяның үҙенә лә иғтибарын бүлә, тик донъяның нимә икәнлеген генә онотоп ебәрә. Был мәсьәләне аңлатыу өсөн ул Франц Брентаноның хеҙмәттәренә таяна.

«Йәшәйеш һәм заман»

йылда баҫылып сыҡҡан «Йәшәйеш һәм заман» (нем. Sein und Zeit) трактаты Хайдеггерҙың тәүге академик стилдә яҙылған китабы була. Баҫма уға Фрайбург университетында Э. Гуссерль вазифаһына дәғүә итеү мөмкинлеген бирә. Уның был вазифаға тәғәйенләнеүе уның эштәре уңышҡа өлгәшәсәген гарантиялай.

«Йәшәйеш һәм заман» күп кенә аҡыл эйәһенең ғилми эшмәкәрлегенә йоғонто яһай, шул иҫәптән, билдәле экзистенциалист Жан-Поль Сатрҙың ғилми эштәренә лә (әммә Хайдеггер үҙе экзистенциалист тип аталырға теләмәй, шуның өсөн махсус рәүештә «Гуманизм тураһында хат» тигән хеҙмәтен баҫтырып сығара).

«Гуманизм тураһында хат»

Хайдеггер һәм нацизм

Мартин Хайдеггер шәхесенең нацизм менән тығыҙ мөнәсәбәттә булыуы тураһындағы мәсьәлә әле лә күп бәхәстәр тыуҙыра. Философтың дуҫы Карл Ясперс түбәндәгене яҙа: "Хайдеггер нацизм тәғлимәтен ҡабул иткәндән һуң үҙемдең дуҫымды бөтөнләй танымай һәм уға ышанмай башланым, хатта миңә хәүеф янауын тойҙом ".

1933 йылда Германияла нацистар власҡа килгәс тә Хайдеггер уларҙың тәғлимәтен ҡабул итә һәм 1945 йылға тиклем НСДАП (нацистар партияһы) ағзаһы була. Гитлер Германия канцлеры итеп тәғәйенләнгәндән һуң бер нисә ай үткәс тә Мартин Хайдеггер Фрайбург университеты ректоры итеп тәғәйенләнә. Ректор вазифаһына инаугурация мәлендәге сығышын (1933 йылдың 27 майында баҫылып сыға) Хайдеггерҙың тормошондағы киҫкен боролош мәле тип атарға була. Философтың нацизм менән тығыҙ бәйләнештә булыуын таныусылар тап уның ошо инаугурация мәлендәге сығышына һылтана.

1945 йылдан һуң Хайдеггер әүҙем сәйәси эшмәкәрлеген туҡтата. 1946 йылда, француз властары тарафынан үткәрелгән денацификация мәлендә, Хайдеггер уҡытыу хоҡуғынан һәм «почетлы уҡытыусы» статусынан мәхрүм ителә[5][6]. 1951 йылда уҡытыу хоҡуғы ҡайтанан тергеҙелә[7]. Философ Ханна Арендт Хайдеггерҙың элекке студенты һәм һөйәркәһе (1924 йылда), Хайдеггерҙың нацистар режимы ваҡытындағы эшмәкәрлеген аҡлауға тос өлөш индерә, «ул заманда Хайдеггер бик йәш булған һәм тейешле һығымта яһай алмаған»[8] тип белдерә ул. Хайдеггерҙы яҡлаусылар (Франсуа Федие) уның нацизм менән мауығыуын йәшлек хатаһы, тип иҫәпләй һәм был осор философ Хайдеггерҙың ғилми эштәренә бер ниндәй ҙә мөнөсәбәте юҡ, тигән һығымта яһай.

Ғилми хеҙмәттәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

  1. Сафранский Р. Хайдеггер: германский мастер и его время / Пер. с нем. Т. А. Баскаковой при участии В. А. Брун-Цехового; Вступ. статья В. В. Бибихина. — 2-е изд. — М.: Молодая гвардия, 2005. — 614 [10] с: ил. — (Жизнь замечательных людей).
  2. Глава 3. Союзники в Академии // Кунц К. (инг.)баш. Совесть нацистов. — М.: Ладомир, 2007. — С. 69-70.
  3. Michael Inwood: Heidegger. Freiburg 1999, S. 9.
  4. Беседа с Владимиром Гандельсманом // Радио Свобода, 20.07.2010
  5. Волин, Ричард Мартин Хайдеггер и национал-социализм: последние открытия / пер. Виктора Баума и Виталия Бенцианова // Хайдеггер, «Черные тетради» и Россия : сб. ст. / под ред. М. Ларюэль и Э. Файя; пер. под науч. ред. М. Маяцкого. — Москва: Издательский дом «Дело» РАНХиГС, 2018. — С. 205–240.
  6. Wolin, Richard Recent revelations concerning Martin Heidegger and National Socialism (eng) // Theory, Culture & Society. — Sage, 1990. — В. 1. — Т. 7. — С. 73–96. — ISSN 0263-2764.
  7. Волин, 2018
  8. Геннадий Владимирович Драч ИСТОРИЯ ОДНОГО ДОКЛАДА, "Вопросы философии" // Вопросы философии. — 2018. — В. 5. — С. 145–156. — ISSN 0042-8744. — DOI:10.7868/s0042874418050114