Ильясов Спартак Мөжәүир улы: өлгөләр араһындағы айырма

башҡорт проза оҫтаһы, публицист, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре, 2012 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы, М. Буранғолов исемен
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Ук}} '''Ильясов Спартак Мөжәүир улы''' (7.11. 1941, Башҡорт АССР-ы Учалы районы Ыҫтамғол ауылы) — башҡорт проза оҫтаһы, публицист, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре, 2012 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы, М. Буранғолов исемендәге әҙ..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

07:43, 20 октябрь 2021 өлгөһө

Ильясов Спартак Мөжәүир улы (7.11. 1941, Башҡорт АССР-ы Учалы районы Ыҫтамғол ауылы) — башҡорт проза оҫтаһы, публицист, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре, 2012 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы, М. Буранғолов исемендәге әҙәби премия лауреаты (2012).[1]

Ильясов Спартак Мөжәүир улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 ноябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны Ыҫтамғол, Урал ауыл Советы (Учалы районы), Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы, прозаик

Биографияһы

Спартак Ильясов 1940 йылдың 11 ноябрендә Учалы районының Ыҫтамғол ауылында уҡытыусылар Ильясов Мөжәүир Абдулхан улы һәм Хәтимә Сәлимгәрәй ҡыҙы ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы Мөжәүир Абдулхан улы – һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, әсәһе Хәтимә Сәлимгәрәй ҡыҙы ла шул уҡ уҡытыусы. Ата-әсәһе репрессия һәм һуғыш йылдарын үткән кешеләр. Улар һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерә. Спартак дүртенсе улдары була.[2]

10-сы синыфты тамамлағас Спартак “Поляковка” совхозында йылҡы көтөүсеһе була, шул ваҡытта уҡ йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша. һәләтле йәш кешене Учалы районы комсомол комитеты үҙ аппаратына инструктор итеп эшкә ала. Өс йыл армия сафында хеҙмәт иткәндән һуң, ул тағы ла комсомол эшенә килә. “Байрамғол” совхозы нигеҙен­дә райкомдың комсомол комитеты секретары була. Башҡорт ауыҙ-тел ижадын яҡшы белгән Спартак Ильясов тотош Рәсәйгә билдәле булып киткән “Ләйсән” бейеү ансамблен ойоштора.[2]

1964 – 1969 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһында Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһында уҡый. К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлағандан һуң (1969), партия эшендә эшләй. Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл хужалығы предприятиеларында 29 ауылды берләштергән партия комитеты секретары, артабан колхоз рәйесе, райондың ауыл хужалығы идаралығы белгесе, совхоз директоры кеүек төрлө предприятияларында эшләй. 1998-2001 йылдарҙа Силәбе дәүләт педагогия университетының Учалы филиалы уҡытыусыһы була.

Ә инде хаҡлы ялға сыҡҡас, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана һәм 75 йәше тулғансы шунда эшләй.

Ижады

Тәүге хикәйәләре республика матбуғатында студент йылдарында баҫылып сыға. С. Ильясовтың «Барын-Табын хәтере» тигән беренсе китабы 2008 йылда баҫылып сыға. 2010 йылда «Китап» нәшриәтендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә арналған «Яраһыҙ яралары» китабы баҫылып сыға. 2012 йылда легендар тарихи шәхес — Мөхәмәтғолой Көсөков тураһында «Ҡолой-кантон» китабы баҫылып сыға, китап 1812 йылда ике башҡорт полкының парижға тиклем юлы тураһында.[2][3]

С. Ильясовтың иң сағыу әҫәрҙәренең береһе — «Биғылый» повесы. Шул уҡ исемле романда һүрәтләнгән ваҡиғалар реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Спартак Ильясов – “Кө­йөлдө”, “Ирәмәлкәй”, “Малбай”, “Зарыҡай”, “Бутис палкауник”,"Хәжирә йыры" , “Кәкүккәй”, “Кин­йәкәй”, “Ҡасҡындар ҡобайыры”, “Төхвәт кантон” кеүек көнсығыш башҡорт ырыуҙарының йырҙарын башҡаларҙы һаҡлаусы, терелтеүсе.

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

  • Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре
  • СССР-ҙың Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының миҙал­дарына, Почет грамоталарына,
  • “Табын ырыуының арҙаҡлы шәхесе” тигән маҡтаулы исеме
  • “Баш­ҡортостан Республикаһының ойошторолоуына – 100 йыл” юбилей миҙалы.[2]

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар