Гемоглобин: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
MR973 (фекер алышыу | өлөш)
"Гемоглобин" битен тәржемә итеп төҙөлгән
 
MR973 (фекер алышыу | өлөш)
→‎top: Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһенә ярашлы төҙәтелде
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү Android ҡушымтаһы аша үҙгәртеү
10 юл:
Кеше ҡанында гемоглобиндың нормаль йөкмәткеһе ҡарала: ирҙәрҙә — 130-160 г/л (түбәнге сиге — 120, өҫкө сиге — 180 г/л), ҡатын-ҡыҙҙарҙа — 120—160 г/л; балаларҙа гемоглобиндың нормаль кимәле йәшенә бәйле һәм һиҙелерлек тирбәлеүҙәргә дусар була. Әйтәйек, балаларҙа тыуғандан һуң 1-3 көн үткәс, гемоглобиндың нормаль кимәле максималь һәм 145-225 г/л тәшкил итә, ә 3-6 айға минималь 95-135 г/л кимәленә тиклем кәмей, артабан 1 йәштән 18 йәшкә тиклем ҡанда гемоглобиндың нормаль кимәле әкренләп күтәрелә бара.<ref>{{Китап|автор={{nobr|Назаренко Г. И.}}, {{nobr|Кишкун А. А.}}|год=2005}}</ref>.
 
Йөклөлөк осоронда ҡатын-ҡыҙҙың организмы тотҡарлана һәм шыйыҡса туплай, был гемоделацияға — ҡандың физиологик һүлпәнәйеүенә сәбәпсе була. Һөҙөмтәлә гемоглобин концентрацияһының сағыштырмаса кәмеүе күҙәтелә (йөклөлөк осоронда гемоглобин кимәле ғәҙәттә 110-155 г/л тәшкил итә). Бынан тыш, баланың эсәкҡарын эсендә үҫеүенә бәйле тимер һәм фолий кислотаһы запастары бик тиҙ тотонола. Әгәр ҡатын-ҡыҙҙа йөклөлөккә тиклем был матдәләр етешмәһә, гемоглобин кәмеү менән бәйле проблемалар йөклөлөктөң башланғыс стадияһында уҡ барлыҡҡа килеүе мөмкин.
 
Гемоглобиндың төп функциялары: кислород транспорты һәм буфер функцияһы. Кешелә артыҡ кислород шарттарында үпкә капиллярҙарында һуңғыһы гемоглобин менән тоташа. Ҡан ағымы буйынса кислород аҙ булған органдарға һәм туҡымаларға гемоглобин молекулалары булған эритроциттар килтерелә; бында окисланыу процестары барышы өсөн кәрәкле кислород гемоглобин менән тоташыуҙан сығарыла. Бынан тыш, гемоглобин туҡымаларға карбемоглобин барлыҡҡа килтерер өсөн (яҡынса 1/3) углекислый газды (СО2) бәйләп, үпкәлә бүлеп сығара (2/3 углекислый газ иретеп йә тоҙ рәүешендә ҡан плазмаһы һәм эритроциттарҙың цитоплазмаһы менән күсерелә).<ref>{{БСЭ3|Карбгемоглобин}}</ref>.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Гемоглобин» битенән алынған