Көньяҡ Уралды үҙләштереү: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
3 юл:
 
== Тарихы ==
[[Көньяҡ Урал]]ды үҙләштергәндә дәүләт ситендә ятҡан ерҙәрҙәрҙе үҙләштереүҙең бөтә формалары ла ҡулланыла. Йәғни аграр, сәнәғәт, урбанистик, хәрби-административ, православие диненә ылыҡтыру һәм башҡа реформалар әүҙем үткәрелә. Башҡортостан ерен үҙләштереү [[XVI быуаттабыуат]]та башлана. Был йәһәттән 1557 йылда [[Башҡортостан]]дың [[Рәсәй]]гә үҙ ирке менән ҡушылыуы, 1591 йылда [[Яйыҡ]] казак ғәскәренең ойошторолоуы, [[1581—1582 йылдарҙайылдар]]ҙа Ермактың Себер походы мөһим әһәмиәткә эйә була<ref>http://chel-portal.ru/enc/Колонизация_Южного_Урала</ref>
 
Башҡорт ерҙәре Рәсәй биләмәһе составына ингәндән һуң Көньяҡ Уралда урыҫ ауылдарына нигеҙ һалына. 1574 йылда [[Өфө ҡәлғәһе]] төҙөлә, 1584 йылда Архангельск (Бөрө) һәм Минзәлә (хәҙер Татарстан Республикаһының Минзәлә районы үҙәге) ауылдары, 1591 йылда боронғо урыҫ ауылы Новоникольск (хәҙер Пермь крайындағы Оса ҡалаһы) ҡалҡып сыға.
 
XVII быуатта [[Сирмешән йылғаһы]] ярҙары буйлап [[Тейен]] (Тиинск), [[Биләр]], [[Шешмә]] кеүек яңы нығытмалар төҙөүгә бәйле башҡорт ерҙәренә хәрби сословиеға ҡарағандар күпләп күсерелә. Улар араһында дворяндар, казактар, стрелецтар була. XVII быуаттың тәүге яртыһында башҡорт ерҙәрен Рәсәй административ-территориаль ҡоролошона индереүҙе тиҙләтеү маҡсатында [[Өфө өйәҙе]] ойошторола. Әммә күсмәндәрҙең урыҫ ауылдарын йыш ҡына талауы һәм бер туҡтауһыҙ тиерлек булып торған башҡорт ихтилалдары колонизация процессынпроцесын тотҡарлай<ref>http://chel-portal.ru/enc/Колонизация_Южного_Урала</ref>. [[Яйыҡ казактары]] Рәсәй империяһының көньяҡ сиген нуғайҙар, ҡырғыҙ-ҡайсаҡтар (ҡаҙаҡтар), ҡалмыҡтарҙан һаҡлай. Ошо маҡсатта Яйыҡ ҡаласығына (хәҙер [[Ҡаҙағстан Республикаһы]]ның [[Уральск]] ҡалаһы) һәм [[Яйыҡ]] һәм [[Һаҡмар]] йылғалары буйлап бер нисә крепостной нығытмалар булдырыла. [[Ермак дружинаһы]]ның походы һәм [[Себер ханлығы]]н бөтөрөү күсенеүселәрҙең үҙләштерелгән Урта Уралдан Көньяҡ Урал аръяғына үтеп инеүен еңелләштерә<ref>http://chel-portal.ru/enc/Колонизация_Южного_Урала</ref>
 
XVII быуат уртаһынан [[Иҫәт йылғаһы]] һәм уның ҡушылдыҡтары ([[Мейәс]], [[Тинес]], [[Синара]] йылғалары) буйында йәйрәп ятҡан уңдырышлы ерҙәргә күскенселәр килеп төпләнә һәм был территориялар [[Иҫәт провинцияһы]] составына индерелә. 1644 йылда [[Далматовский Успенский монастыре]]нә нигеҙ һалыу Көньяҡ Уралды колонизациялауҙа мөһим этап булып тора. Был монастырь тирәһенә урыҫ крәҫтиәндре килеп төпләнә. Көньяҡ Уралдың көнсығыш һырттарын уратып Иҫәт төрмәһе (1650), Ҡатай төрмөһе (1655), Мехос төрмәһе (1660), Щадрин слобадаһы (1662), Маслен төрмәһе (1668), Белояр слободаһы (1682), Багаряк слободаһы (1688) ярым түңәрәк рәүешендә урынлаша. Шулай итеп, XVII быуат аҙағына Уралда бик ҙур иген игеү үҙәге хасил була. 1695 йылда Көньяҡ Уралда 5 мең ир-егеттән торған (поместьеһы булмаған казактар, крәҫтиәндәр, ғаиләһеҙ ирҙәр) 1417 ихата барлыҡҡа килә. 1678 йылда Өфө өйәҙендә 688 яңы күсенеүселәр ихаталары барлыҡҡа килә, 1719 йылға уларҙың һаны 1198-гә етә<ref>http://chel-portal.ru/enc/Колонизация_Южного_Урала</ref>
13 юл:
 
XVIII быуат аҙағына һөрөнтө ерҙәр 5 тапҡырға арта (1794 йылда 895,3 десятина). Иң уңдырышлы ерҙәр Иҫәт провинцияһында булыуы асыҡлана. Шулай итеп, крҫтиәндәр арыш, һоло, бойҙай, арпа, борсаҡ, мәк, тары, киндер, етен, ҡара бойҙай үҫтерә. Етештерелгән игендең өстән бер өлөшө һатыуға сығарыла. Сөнки был ерҙәрҙә асылған завод эшселәренә, башҡа китегория граждандарына икмәкте һатып алырға тура килә. Көньяҡ Уралда 1745 йылда тәүге Воскресенск баҡыр иретеү заводы эшләй башлай. Шулай итеп, 1760 —70-се йылдарҙа Көньяҡ уралда 30-ҙан ашыу металлуоргия заводтары асыла<ref>http://chel-portal.ru/enc/Колонизация_Южного_Урала</ref>.
 
Һамар-Златоуст тимер юлының һалыныуы шул тирәләге өйәҙҙәргә күскенселәрҙе килеп төпләнеүе бермә-бер арта. Бигекрәк тә Силәбе өйәҙенә күп күсенәләр. Реформа үткәреү йылдарында Рәсәйҙең төрлө төбәгенән крәҫтиәндәр башҡорт ерҙәренә килеп төпләнә. Өфө губернаһына Вятка губернаһынан, Ырымбурға Тамбов, курск, Рязань, Орлов һәм башҡа губерналарҙан киләләләр. 1860—90-сы йылдарҙа Өфө губернаһы халҡы 1,8, ә Ырымбур губернаһы халҡы 2 тапҡырға арта.
 
Сәнәғәт тармағының үҫеше менән бергә төрлө халыҡ кәсептәренең үҫә башлауына күҙәтелә. Балыҡ тотоу, тимерлек асыу, тире иләү, ит һәм сало ҡаҡлау кеүек кәсептәр киң үҫеш ала.