Байбулатов Раил Фәтхелислам улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Яңы: Раил БАЙБУЛАТОВ (1937-2002) Раил Фәтхелислам улы Байбулатов 1937 йылдың 2 июнендә Башҡортостандың Күмертау р…
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Раил БАЙБУЛАТОВ'''
(1937-2002)
Раил Фәтхелислам улы Байбулатов 1937 йылдың 2 июнендә Башҡортостандың Күмертау районы Яманғол ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуа. Үҙ ауылындағы башланғыс мәктәпте, унан күрше Яманһары ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, ул 1952 йылда башҡорт педагогия училищеһына уҡырға инә. Училищены уңышлы тамамлағас, Раил Байбулатов 1956—1961 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында белем ала. Ул хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ ҡалаһының В. И. Ленин исемендәге балалар йортонда уҡытыуҙан башлай. Һуңынан оҙаҡ йылдар Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләй.
5 юл:
Раил Байбулатовтың «Әсәйемдең алсаҡ йөҙө», «Зәңгәр болоттар», «Иң ауыр фән», «Һоро шинель», «Оҙайлы имтихандар» исемле китаптары донъя күрҙе.
Матбуғат әлкәһендә оҙаҡ йылдар һөҙөмтәле эшләгәне әсән ул «Хеҙмәт батырлығы әсән» миҙалы, Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Президиумының Почет грамотаһы, «СССР-ҙың матбуғат отличнигы» билдәһе менән бүләкләнгән.
 
[[Категория: Башҡорт яҙыусылары]]