Ғөзәйеров Ғарифулла Вәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
1 юл:
'''Ғөзәйеров Ғарифулла Вәли улы''' (14 август 1911 — 2 ноябрь 1991), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1958)<ref name="Башкирская энциклопедия">[http://bashenc.online/ba/articles/84873/ ҒӨЗӘЙЕРОВ Ғарифулла Вәли улы ]</ref>. [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] кавалеры (1949).
 
== Биографияһы ==
Ғөзәйеров Ғарифулла Вәли улы 1911 йылдың 14 авгусында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Иҫке Ибрай ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы) күп балалы ғаиләлә иң кесе, туғыҙынсы бала булып тыуған. Ошо уҡ йылда атаһы ауырып вафат була. Бәләкәй Ғарифуллаға 1921 йылғы ҡот осҡос аслыҡ ваҡытында, балаларҙы етем ҡалдырып, әсәһе вафат булғанда ун йәш тә булмай ҡала. Иртә бала сағынан Ғарифулла белемгә ынтыла, грамота һәм иҫәпте иртә төшөнә. Хыялы уны Башҡорт педагогия техникумына алып килә, уны 1932 йылда уңышлы тамамлай<ref name="Муниципальный район Аургазинский район Республики Башкортостан">[https://aurgazy.bashkortostan.ru/presscenter/news/104644/ Он был одним из организаторов СМИ Башкортостана (К 105-летию со дня рождения Гарифуллы Гузаирова)]</ref>.