Ҡылым: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
119 юл:
 
===Хәл ҡылым===
► Хәл тылым зат, һан менән үҙгәрмәй, һәм ул икенсе бер ҡылымдан аңлашылған эш-хәлдең, хәрәкәттең башҡарылыу рәүешен сағылдыра. Семантикаһы, грамматик һыҙаттары яғынан ул үҙендә ҡылым менән рәүеш билдәләрен берләштерә. Мәҫәлән: Бәләкәс кенә 'ҡураныс -ҡына әҙәм ая-ҡ баҫҡан һайын ҙурая, оҙоная, мытстылана бара, имеш; уны ер ҙә тартмай, кук тә баҫтырмай, йәш сағындағы һыма-ҡ атлай-йугерә талпынып килә. (М. Кәрим.)
Хәл ҡылымға хас булған ҡылым билдәләре:а) мәғәнәһе менән предметтың эшмәкәрлек процесын белдерә: Һин ҡайтҡансы бында матур-матур йырҙар сығарып торҙолар бит әле. (М. Кәрим.)
б) юҡлыҡ формаһының -ма, -мә ялғауы ҡушылыуы: Йәмғи, әйткәнде лә көттөрөп тормайынса, гәзит башын күтәреп, уға ҡарап торған Фәтих янына барып ултырҙы. (Х. Ғиләжев);
Хәл ҡылымға рәүеш үҙенсәлектәре лә хас: а) икенсе бер эш-хәрәкәттең, тороштоң башҡарылыу рәүешен сағылдыра: Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә. (Мәҡәл.) Уны (Баҙлый ■ҡартты) тимерлеккә йәки малсылыҡ фермаһына ҡуйһалар, ул узенең егәрлелек стихияһына бирелеп, бөтә куңелен һалып эшләр. (Б. Бикбай);
б). күләм категорияһының рәүештәрҙә була торған төрлө дәрәжә яһаусы аффикстарҙың булыуы: Хәким: «Дә-ә, тыуып уҫкән ер...» — тип һуҙен теүәлләй биреберәк ҡуйҙы ла муйыл курепте ығыштыра-ығыштыра аяҡтарын боҙлауыҡлы тапандыға әйләнгән ҡарға терәне. (С. Шәрипов.) Уларҙың аяҡ аҫтынан тиерлек уҙ өшәләктәренә боҫҡан ҡуяндар сығып ҡасты, туғайға еткәсерәк бер төлкө шырлыҡҡа инеп китте. (Ғ. Ибраһимов);
в) рәүештәр һымаҡ морфологик категорияларҙың береһе менән дә үҙгәрмәүе; шулай ҙа айырым ситуацияларҙа хәл ҡылым күплек ялғауын ҡабул итеүе мөмкин. Мәҫәлән: Рәйес итеп һайлагастары, ҡайҙан белгәндәр, иртәгеһенә ук килеп етте. (Ә. Вахитов.)
 
== Ҡылым йүнәлештәре ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡылым» битенән алынған