Ҡылым: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
97 юл:
 
=== Сифат ҡылым ===
Башҡорт телендә дүрт төрлө затһыҙ ҡылым бар. Уларҙы ҡылым төркөмсәләре тип йөрөтәләр: сифат ҡылым, хәл ҡылым, исем ҡылым һәм уртаҡ ҡылым. Зат менән үҙгәреүсән ҡылымдар һымаҡ уҡ уларға барлыҡ-юҡлыҡ, күсемлелек һәм күсемһеҙ лек, йүнәлеш һәм күләм категориялары хас, тик зат, һан менән үҙгәрмәйҙәр; сифат ҡылымдың заман формалары бар.
Сифат ҡылым тип зат менән үҙгәрмәй торған һәм үҙендә ҡылымдың да, сифаттың да билдәләрен туплаған ҡылым формаһы һанала. Сифат ҡылым билдәле бер ваҡыт (үткән, хәҙерге, киләсәк замандарҙа) эсендә предметтың, заттың эш-хәрәкәт ағышын сағылдырыуы менән ҡылымға ҡараһа, шул уҡ заттың хәрәкәт яғынан билдәһен белдереүе менән сифатҡа яҡын тора.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡылым» битенән алынған