Хәбибуллина Рабиға Хисмәт ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Хабибуллина, Рабига Хисматовна" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

14:23, 28 сентябрь 2021 өлгөһө

Хәбибуллина Рабиға Хисмәт ҡыҙысовет хужалыҡ, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре.

Биографияһы

Рабиға Хисмәт ҡыҙы Хәбибуллина 1914 йылда Әлшәй районының Әлшәй ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районының Раевка ауылы) приказчик Хәбибуллин Хисмәт Хөсәйен улы (1870 йылғы) ғаиләһендә тыуған. 1939 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

1936 йылдан — хужалыҡ, ижтимағи һәм сәйәси эштә.

1936—1969 йылдар — Дәүләт банкы Әлшәй бүлексәһенең кредит инспекторы, Әлшәй районының «Һынтыш» колхозы хисапсыһы, Ташлы МТС-ында конструктор-бухгалтер, Дәүләт банкы Башҡортостан республика контораһы аппаратында бухгалтер, партия статистикаһы секторында, КПСС-тың Туймазы райкомы партия кабинеты мөдире, Туймазы «Заготзерно» контораһы директоры урынбаҫары, КПСС-тың Туймазы райкомының икенсе, беренсе секретары, Башҡорт АССР-ының социаль тәьминәт министры.

СССР-ҙың 4-се, 5-се, 6-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Башҡорт АССР-ының 7-се, 8-се, 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XIX съезына делегат итеп һайлана.

1950 йылдарҙа, ВКП (б) район комитетының беренсе секретары булараҡ, Туймазы районы етәкселек итеп, Туймазы ҡасабаһы статусын күтәреү буйынса ҙур эш башҡара. 1960 йылдың 5 февралендә РСФСР Юғары Советы Президиумының Указы менән Туймазы эшселәр ҡасабаһын район ҡарамағындағы ҡала итеп үҙгәртеп ҡороу тураһында ҡарар раҫлана[1].

1961 йылдан алып 1979 йылға тиклем - Башҡорт АССР-ының социаль тәьминәт министры[2]

Рабиға Хисмәт ҡыҙы 1979 йылда вафат була.

Хәтер

Р.Х. Хәбибуллинаның бюсы Туймазы ҡалаһының Чапаев урамында, 2\1, Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге янында ҡуйыла[3].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар