Бәҙретдинова Раушания Мөсәүир ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Бадретдинова, Раушания Мусавировна" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

13:54, 28 сентябрь 2021 өлгөһө

Бәҙретдинова Раушания Мөсәүир ҡыҙы (28 сентябрь 1974 йыл, Йәшергән ауылы, Стәрлебаш районы, БАССР) — Рәсәй рәссамы. 2002 йылдан алып Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Дизайнерҙар союзы ағзаһы (2002), халыҡ-ара һынлы сәнғәт – АИАП ЮНЕСКО ассоциацияһы ағзаһы (2012), Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Рәссамдары союзы ағзаһы (2012).

Раушанияның картиналары Рәсәй, Украина, Намибия, Канада, АҠШ, Австрия, Германия, Нидерланд, Төркиә галереяларында урынлашҡан[1].

Биографияһы

Раушания Бәҙретдинова баҫыу һәм урман төпкөлөндә йәшеренгән "башҡорт Йәшергән ауылында"[2] тыуған, һәм туған башҡорт яғының бөтөн йылыһын, баласаҡ буяуҙарын үҙ киндерҙәренә эшсе ғаиләһендә күсерергә ынтыла: атаһы — иретеп йәбештереүсе, әсәһе — бухгалтер. Уға Раушания тигән исем ҡушалар, - был фарсы теленән "Яҡты" тигәнде аңлата.

Һуңыраҡ ғаилә Стәрлебаш районынан Ишембайҙың Перегонный биҫтәһенә күсенеп килә. Бында Раушания 5-се һанлы урта мәктәпкә[3] һәм һынлы сәнғәт һөнәре буйынса балалар сәнғәт мәктәбенә йөрөй башлай. Рәсем төшөрөү сәнғәтенә уны Любовь Леонидовна Грачёва өйрәтә[2]. Һуңыраҡ үҙенең беренсе күргәҙмәһен Раушания үҙенең уҡытыусыһына арнай. Художество мәктәбен тамамлағандан һуң (1988), ул туған бишенсе мәктәбендә рәсемдән уҡыта. 1989 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 2-се педагогия колледжына рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы һөнәре буйынса уҡырға инә. 1993 йылда колледжды тамамлағандан һуң Өфө дәүләт сәнғәт институтын (хәҙер Сәнғәт академияһы) тамамлай. Уҡып йөрөгәндә «Иҫке Өфө» нәшриәтендә эшләй. Раушания теләһә ниндәй эшкә тотона: һыра өсөн наклейкалар, төрлө баннерҙар, саҡырыу ҡағыҙҙары эшләй, брошюралар биҙәй. Ул бер ултырыуҙа тиҙ эшләй: теүәл ҡул һәм үткер күҙ автоматизмға тиклем еткән практика, күнекмәләр менән барлыҡҡа килә. Хатта һүрәтте бер ҡасан да ҡәләм менән эшләмәй — гуашь менән акварелде шунда уҡ ҡағыҙға һала[3]

2000 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында юғары белем ала.

Колледжда һәм институтта уҡыған ваҡытта даими йәштәр, ҡала, төбәк һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Бынан тыш, матбуғаттың ыңғай баһаһын алып, ундан ашыу шәхси күргәҙмәләр үткәрә.

1994 йылдан кейәүҙә. Ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй, шулай уҡ тәрбиәгә ул ҡабул итә.

2003 йылдан муниципаль белем биреү учреждениеһында — «Йондоҙлоҡ» балалар ижады үҙәгендә рәсемдән уҡыта.

«Башҡортостан республикаһы» гәзите версияһы буйынса «Йыл кешеһе» (2014)[4] - "Ауырыу балаларға әүҙем ярҙамы өсөн"[5]. Халыҡ-ара New York Realism конкурсында алтын миҙал, шулай уҡ Туринда (Италия) рәссамдарҙың ARS INKOGNITA биенналеһында алтын миҙал яулай (Италия)[6].

2015 йылдың 17 мартында Мәскәүҙә башҡорт рәссамының «Ағиҙел йылғаһы буйында ҡала» тип аталған шәхси күргәҙмәһе асылды[7]. Күргәҙмә Мәскәүҙә «Науруз» байрамы сиктәрендә үтте һәм ШОС һәм БРИКС дәүләттәре башлыҡтары саммиттарын әҙерләгәндә Башҡортостан Республикаһы һәм уның башҡалаһы Өфөнөң мәҙәни презентацияһының бер өлөшө булды[8]. Мәскәүҙә беренсе шәхси күргәҙмәһен асыуҙа кисәлә ҡотлау һүҙҙәре менән Дәүләт Думаһы Комитеты рәйесенең мәҙәниәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, мәғариф буйынса Дәүләт Думаһы Рәйесе кәңәшсеһе Александр Дегтярев, төбәк-ара хеҙмәттәшлектең Департамент, Мәскәү Хөкүмәтенең милли сәйәсәт һәм дини ойошмалар менән бәйләнеш вәкиле Ваграм Карапетян, Мәскәүҙә Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты вәкиле Шамил Ҡәҙерғолов, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Флүр Нурлығаянов, Рәсәй Дизайнерҙары союзының вице-президенты Юрий Менчиц сығыш яһай[9]. Рәссамға һәм ҡунаҡтарға үҙенең йырын бүләк итеп, видеомөрәжәғәт менән Алһыу Сафина сығыш яһаны.

Юғары мөфтөй Тәлғәт-хәҙрәт Тажетдин ҡушыуы буйынса кисәлә ҡотлау һүҙҙәре менән Мәскәүҙәге Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты вәкиле Ш.М. Ҡәҙерғолов сығыш яһай[8].

Картиналарҙы һатыуҙан килгән аҡса ике хәйриә фондына тапшырыла, уларҙың береһе «Мәрхәмәт» хәйриә белем биреү фонды була. [7].

Өфөлә 2015 йылдың июнендә ШОС һәм БРИКС саммиттарының мәҙәни программаһы сиктәрендә Өфө сәнғәт галереяһында масштаблы арт-экспозиция тамамлана. Раушания Бәҙретдинова БСТ каналында: «Һайлап алыу бик ҡаты булды. Һәр рәссам эштәренең берәүһен генә бирә алды. Бөтәһе лә шикләнде, шуға күрә комиссия үҙе һайлап алһын өсөн, бер нисә эшен алып килделәр. Бында беҙҙең ҡунаҡтар өсөн иң яҡшы эштәр».[10]

Иҫкәрмәләр

  1. Верховный муфтий посетил выставку известного башкирского художника » Уфимские Вести. Новости Уфы и Башкортостана
  2. 2,0 2,1 Светлого марта привет - Газета Труд
  3. 3,0 3,1 http://raushani.ru/2/
  4. В УГАТУ проходит персональная выставка лауреата конкурса «Человек года» Раушании Бадретдиновой - Лента новостей Уфы
  5. Сайт газеты "Республика Башкортостан" - Социум - Антикризисная команда — 2014 (недоступная ссылка). Дата обращения: 18 августа 2015. Архивировано 3 января 2015 года.
  6. Махмутов, Наиль. Любимые художники Башкирии. — Уфа: Лето, 2012. — С. 39. — 288 с. — ISBN 978-5-87308-038-0.
  7. 7,0 7,1 Выставка Раушании Бадретдиновой 2016 йыл 4 март архивланған.
  8. 8,0 8,1 Презентация выставки Раушании Бадретдиновой «Город у белой реки»
  9. В Москве открылась персональная выставка башкирской художницы Раушании Бадретдиновой // КУЛЬТУРА | новости башинформ.рф
  10. Этнический авангард, живописная графика и графическая живопись, декоративный войлок, а также многие другие виды творчества. Дата обращения: 18 август 2015. Архивировано 1 июль 2015 года.

Һылтанмалар