Дилмөхәмәтов Әхнәф Мөҙәрис улы — версиялар араһындағы айырма

 
== Биографияһы ==
Дилмөхәмәтов Әхнәф Мөҙәрис улы 1941 йылда Башҡорт АССР-ы [[Әлшәй районыныңрайоны]]ның бәләкәй генә башҡорт ауылы Мырҙағолда тыуа. Бик иртә етем ҡала, атаһы фронтта һәләк була, ағалары ла һуғыштан әйләнеп ҡайтмай, әсәһе вафат булғанда малайға ун йәш тә тулмай ҡала. Аслыҡ йылдарын, балалар йорттарын үтергә тура килә уға<ref name="Башҡортостан гәзите">[https://bash.bashgazet.ru/obshestvo/2018-izge-kelle-keshe-ine.html Изге күңелле кеше ине]</ref>.
Урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, 1959 йылда М.В.Ломоносов исемендәге [[Мәскәү дәүләт университеты]]на уҡырға инә. КПСС Үҙәк комитеты ҡарамғындағы ижтимағи фәндәр академияһының аспирантураһында уҡый<ref name="Центр Льва Гумилева">[https://www.gumilev-center.ru/umer-akhnaf-dilmukhametov-bashkirskijj-uchenyjj-i-obshhestvennik/ Умер Ахнаф Дильмухаметов, башкирский ученый и общественник]</ref>
Әхнәф Мөҙәрис улы оҙаҡ йылдар партия һәм комсомол органдарында эшләй, ВЛКСМ-дың район һәм ҡала комитеттарын етәкләй, КПСС-тың Өфө ҡалаһы Киров райкомында беренсе секретарь булып эшләй, һуңынан мөғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе партияның Башҡорт өлкә комитеты секретары һәм бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә. Һуңғараҡ бер нисә йыл рәттән «Нефтегазстрой» акционерҙар фирмаһын уңышлы етәкләй, Өфөнөң Киров районы буйынса Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе, Өфө энергетика колледжы директоры була<ref name="Башҡортостан гәзите" />.
Ҡатыны Әҙилә менән 46 йыл ғүмер итә, ҡыҙ һәм ул үҫтерә.
 
Әхнәф Дилмөхәмәтов — гражданлыҡ йәмғиәтен формалаштырыу һәм тергеҙеү, милләт-ара мөнәсәбәттәр, йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү мәсьәләләре буйынса фәнни баҫмалар һәм публицистик мәҡәләләр авторы<ref name="Российская газета" />.
Бер нисә саҡырылыштың Өфө ҡала һәм Киров районы Советтарының депутаты була, республиканың ун беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана<ref name="Российская газета" />.
 
Ҡатыны Әҙилә менән 46 йыл ғүмер итә, ҡыҙ һәм ул үҫтерә.
 
Әхнәф Мөҙәрис улы 2012 йылда 71-се йәшендә [[Өфө]]лә вафат була.
 
== Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре ==
28 793

үҙгәртеү