Шәфиев Бәхтегәрәй Әғзәм улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
44 юл:
1918 йылдың апреленән — РСФСР Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариаты ҡарамағында ойошторолған Үҙәк татар-башҡорт комиссариаты (Мәскәү) ағзаһы, уның юридик бүлеге мөдире. Ул шулай уҡ Мәскәүгә Башҡортостан автономияһы тураһындағы положениеның проектын күрһәтергә алып бара.
 
1918 йылдың июнендә, граждандар һуғышы башланып торған саҡта, агитация эштәре менән Ырымбур губернаһына ебәрелә. Ул ерле халыҡты, башлыса башҡорттарҙы һәм татарҙарҙы, аҡ гвардиясыларға һәм фетнә күтәргән аҡ чехтарға ҡаршы хәрәкәткә ҡушылырға өгөтләргә тейеш була. Революцияны ҡабул итмәгән Ырымбур казактары атаман Дутов етәкселеге аҫтында баш күтәрә һәм власты ҡулдарына ала. Ҡыҙылдарҙың частары Ырымбурҙы ҡалдырып торорға мәжбүр була, ә Шәфиев ауыл халҡы араһында өгөт-нәсихәт үткәреү өсөн Дутов биләгән төбәктә тороп ҡала. 1918 йылдың июнендә Ырымбур өйәҙенең [[Ҡабан (Ырымбур өлкәһенеӊ административ ҡоролошоөлкәһе)|КабанкиноҠабан]] ауылы эргәһендә Бәхтегәрәй дутовсы казактар тарафынан ҡулға алына һәм Ырымбур ҡалаһындағы төрмәгә ябыла. Аҡ гвардиясылар суды уны үлем язаһына хөкөм итә. Бәхтегәрәй Шәфиев 1918 йылдың авгусында атыла. <div>Һәләк ителгән сағында Бәхтегәрәй Шәфиевкә егерме бер йәш була. </div>
 
== Хәтер ==