Википедия:Яңы килгәндәргә бәйләнмәгеҙ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Nutshell|Яңы килеүселәр берләшмә өсөн файҙалы ғына түгел, ә бик кәрәк тә. Тәжрибәле ҡатнашыусылар яңы килгәндәр тураһында хәстәрлек күрергә һәм дөйөм эшкә ҡушылырға ярҙамлашырға тейеш.}}Википедия [[Википедия:Иң әүҙем ҡатнашыусылар|иң тоғро ҡатнашыусыларҙың]] ныҡышмалы хеҙмәте менән генә түгел, йыш ҡына аноним булып ҡалған яңыларҙың өлөшө ярҙамында ла үҫә. ''Һәр беребеҙ'' ҡасандыр яңы килеүсе булған, шул иҫәптән, бик һаҡ эш итеп, [[Википедия:Киң таралған хаталарҙы ебәрмәгеҙ|типик хаталар ебәреүҙән]] ҡотолоп ҡалған ҡатнашыусылар ҙа, ҡасандыр яңы килеүсе булған. Ә күптәребеҙ бер нисә ай, хатта йылдар үтһә лә, үҙен яңы ҡатнашыусы тип һанай.  
 
Яңы авторҙар менән тулыланыу киләсәктә берләшмәне яңы ағзалар менән тәьмин итәсәк, шуға улар — беҙҙең ҡиммәтле ҡаҙанышыбыҙ.  Беҙ яңыларға изгелекле, ихлас һәм түҙемле булырға тейешбеҙ, сөнки яңыларҙы иң өркөткәне – үҙҙәренән алда килгәндәрҙең дошмансыллыҡ йәкикүрһәтеүе йә үҙен әллә кем итеп [[элиталылыҡ]]тотоуы. Яңы килгәндәрҙең күбеһе Википедияны ярайһы уҡ тиҙ үҙләштерә һәм ышаныслы эшләй башлай, ләкин ҡайһы берәүҙәргәберәүҙәренә Википедия тураһында белем йә күнекмәләр етешмәй.  
 
== Зинһар, яңы килгәндәргә ташланмағыҙ! ==
[[Файл:Pdnbtn.png|справа|обрамить|Яңы килгәндәргә ташланмағыҙ!]]
 
* Шуны аңлағыҙ: яңылар берләшмәгә файҙалы ғына түгел, ә  бик кәрәкле лә.  Яңыларҙы эшкә өйрәтеп,  беҙ белемдәребеҙҙең, фекерҙәребеҙҙең, ҡараштарыбыҙҙың күбәйеүенә булышлыҡ итәбеҙ, шуның менән беҙ, ғилемдәр ресурсыҡаҙналығы булараҡ, уларҙың нейтраллеген, тарафһыҙлығын,  тулылығын һаҡлап,  Википедияның баһаһын арттырабыҙ.
* Шуны иҫтә тотоғоҙ: беҙҙең девиз, яңыларға беҙҙең оран — '''[[Википедия:Ҡыйыу төҙәтегеҙ|ҡыйыу төҙәтегеҙ]]!''' Эйе, беҙҙең ҡағиҙәләр йыйылмаһы,  нығынған  стандарттар һәм традициялар бар, ләкин уларҙы ҡулланғанда һис кенә лә кире ҡараш күрһәтергә ярамай.  Ҡыйыу булырға саҡырыуҙы бик бер яҡлы аңлаған яңыларға был ғәмәлдәрҙең ҡамасауламауын күҙәтергә кәрәк.  Яңыларҙың үҙҙәре менән башҡа проекттарҙа тупланған бай тәжрибә,  яңы идеялар һәм фекерҙәр, ижадҡа рухландырыу ихтималлығын да оноторға ярамай, улар, хатта ҡағиҙәдәргәҡағиҙәләргә һәм нормаларға тап килмәгән осраҡта ла, берләшмәбеҙҙе һәм эшебеҙҙең һөҙөмтәләрен яҡшыртырға мөмкин.  Бәлки, нәҡ ''беҙҙең'' ҡағиҙәләр һәм стандарттар ҡайтанан ҡарауға мохтаждыр. Бәлки, яңылар беҙгә дөрөҫ эшләмәгән кеүек тойолған нәмәләр, киреһенсә,  Википедияны яҡшырта һәм камиллаштыра торған нәмәләрҙер.  Яңы килеүсе нәмәнелер дөрөҫ эшләмәгән кеүек күренһә, тәүҙә уның ниәттәрен аңлау өсөн уны бер аҙ күҙәтегеҙ.   
* Әгәр яңы кешенең ысынлап яңылышҡанлыҡыняңылышҡанын күрһәгеҙ, мәҫәлән, ул  преамбулала мәҡәлә предметының атамаһын айырырға йә файҙалы һылтанмалар бирергә онотҡан, был сағында хатаны үҙегеҙ төҙәтеп ҡуйығыҙ. Яңы килгәнде лайыҡһыҙ әрләмәгеҙ  — бында, Википедияла, мәҡәләләрҙе һәр кем төҙәтә алғанынонотмағыҙалғанын онотмағыҙ, шуға күрә һәр кемдең яуаплылығы — төҙәтеү, ә башҡаларҙы тәнҡитләү йә әрләү түгел.
* Яңы килеүсе ебәргән хата буйынса ни ҙә булһа әйтеүҙе бик кәрәк тип тапһағыҙ, быны ярҙам итеү рәүешендә башҡарығыҙ.  Барыһынан элек, яңы килеүсене уның ферер алышыу битендә [[Википедия:Ҡалыптар/Ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеү|сәләмләгеҙ]], үҙегеҙ менән таныштырығыҙ, яңы килеүсегә бында бик шат булыуҙарын әйтегеҙ. Шунан тыныс һәм иптәштәрсә итеп төҙәтеүҙәрҙе тәҡдим итегеҙ, яңы килеүсе эшендәге һәйбәт нәмәләрҙе, үҙегеҙгә оҡшағанды ла хәрәр итегеҙ.  Быларҙың береһен дәБыларҙы эшләй алмаһағыҙ, иң яҡышһыяҡшыһы – бер нәмә лә эшләмәү, бер ни тип тә өндәшмәү.
* Ҡайһы бер яңылар, киреһенсә, мөхәррирләгәндә баҙнатһыҙлыҡ күрһәтә, айырыуса   [[Википедия:Нейтраль ҡараш|нейтраль төҫкә килтереү]] (НҠ) йә биттең исемен алмаштырыу кеүек мөһим аҙымдарҙы яһағанда: йә Википедияға зыян килтереүҙән ҡурҡалар, йә ВикипедияВикипедияла ҡатнашыусыларҙың берәйһен үпкәләтеүҙән хәүефләнәләр, йә тәнҡит аҫтына эләгермен тип борсолалалр. Бындай яңыларға Википедиялағы «[[Википедия:Ҡыйыу булығыҙ|мәҡәләләрҙе ҡыйыу төҙәтегеҙ]]<nowiki/>» тигән принципты аңлатырға тырышығыҙ һәм уларҙың ҡурҡаҡ булып күренеүенә ҡыҙмағыҙ.
* Яңыларға кәңәш биргәндә, аҡыл өйрәтеүсәнлекте кәметегеҙ һәм бик тыныс тонлы булығыҙ.  Яңы килеүселәр сәләмләүҙең ихлас булыуын күрһен,  үҙҙәрен ниндәйҙер бер һайланма кешеләр клубына инергә тырышҡандай итеп, унда эләгеү өсөн берәйһенең ярҙамына мохтаж итеп  тоймаһын.  
* Ҡайһы берҙә яңылар фекер алышыу биттәрендә  дүрт «тильда» билдәһе менән ҡултамға ҡуйырға онота. Имза ҡуйыуҙы иҫтәренә төшөрөү өсөн ҡалыптар файҙаланыу эстән генә һүгә-һүгә иҫкәртеү яҙып ултырғанға ҡарағанда күпкә ябайыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк булыр.
** ** {{tl|sign}} (шулай уҡ ҡарағыҙ: [[[[Википедия:Фекер алышыу биттәрендә имза ҡуйығыҙ]]]]) — <br>{{sign}}
** {{tl|sign reg}} — <br>{{sign reg}}
* «[[Һэнлон бәкеһе»]]ндәге ҡанатлы һүҙҙе иҫтә тотоғоҙ: «Белем етмәү менән аңлатып була торған нәмәләргә зарар килтереү ниәтен япмағыҙ». Википедияның тәжрибәле ҡатнашыусыларына  яуызлыҡ булып күренгән  тәртип ҡағиҙәләрҙе һәм Википедия ҡатнашыусыларынан нимә көтөлгәнен белмәү менән аңлатылыуы ихтимал. Хатта кемдеңдер файҙаһыҙлығына һәм кәрәкһеҙлегенә '''100 % менән ышанһағыҙ''' һәм кемдер [[Троллинг|интернет-тролль]], вандал, хатта тағыуларынан лада яуызыраҡ булып күренгәндә лә, — ''быны күрһәтмәгеҙ''. Тыныс һәм иғтибарлы булһағыҙ, үҙегеҙҙе ихтирамлы тотһағыҙ,  дәрәжәгеҙ артыр, был проектҡа файҙаға ғына булыр.
* Онотмағыҙ, һеҙ ҙә ҡасандыр яңы килеүсе инегеҙ. Википедияға яңы килгән сағығыҙҙа һеҙгә нисек ҡарауҙарын теләһәгеҙ, башҡа яңыларға ла шулай ҡарағыҙ.
 
== Мөһим иҫкәрмә ==
Алда әйткәнебеҙсә, яңы килеүселәр — вики-берләшмәнең байлығы ул. Берләшмәнең тәжрибәле ҡатнашыусыларына яңы килгәндәр тураһында хәстәрлек күрергә һәм дөйөм эшкә ҡушылырға ярҙам итергә кәрәк.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер намыҫһыҙ яңы килеүселәрҙең «Яңы килгәндәргә бәйләнмәгеҙ» тигән ҡағиҙәне Википедия ҡағиҙәләрен боҙорға хоҡуҡ биргән һәм бының өсөн бер яуаплылыҡ та тоймаҫҡа юл ҡуйған бетеү тип  ҡулланған осраҡтары булғылай.  Былай тип аңлау дөрөҫ түгел, әлбиттә. Википедияның бөтә ҡағиҙәләре бөтә ҡатнашыусыларға проектта күпме эшләүҙәренә ҡарамаҫтан берҙәй ҡағыла.  Яңыларға эшкә өйрәнеп китеү мөмкинлеген бирерлек дәрәжәлә генә йомшартыу бар.  Әгәр яңы килеүсе ҡағиҙәләрҙе юрамал боҙһа (мәҫәлән, Википедияға темаһының әһәмиәте иҫбатланмаған мәҡәлә ҡуя, мәҡәләгә сығанаҡтарға һылтанмаһыҙ шикле мәғлүмәттәр урынлаштыра), ә шунан һуң «Яңы килгәндәргә бәйләнмәгеҙ» тигән принцип артына йәшенеп, уның өлөшөн тәнҡитләмәүҙәрен һәм үҙгәртмәүҙәрен талап итһә, бындай тәртип  башҡа ҡатнашыусылар тарафынан [[Википедия:Емерткес тәртип|емерткес]] тип баһалана ала.
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==