Солтанов Ғарифйән: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
10 юл:
[[Салауат Юлаев]] тураһындағы йырҙарҙы, риүәйәттәррҙе һәм легендаларҙы яҙып алған. 1890—1897 йылдарҙа урындағы халыҡтан Салауат Юлаев тураһынағы йырҙарҙың 223 юлын яҙып алған. Солтановтың үҙе әйтеүе буйынса, яҙыуҙарының бер өлөшө генә һаҡланған. Хәтерендә ҡалған ҡайһы берен тергеҙгән. Һәм яңы йыйылған йыр, легенда һәм риүәйәттәре менән бергә («Элек Салауат тураһында йырлатмайҙар ине», «Салауаттың сит илдә михнәт күреүе», «Салауат батыр мәргән уҡсы булған») [[Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (Өфө)|Башҡорт тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтына]] тапшыра. Институттың директоры Х. Х. Хамматовҡа 1940 йылдың 15 октябрендәге яҙған хатында Солтанов, бала сағында ул ҡарттар, Салауат батыр тураһында һөйләгәндә, улар: «Һаҡ бул, улым!» тигәндәр, сит кешеләр янында йырлау кәрәкмәй, һине ҡулға алыуҙары бар тип киҫәткәндәр (РФА Өфө ғилми үҙәге. Ф.3, оп.12, д.64. л.159)<ref> {{БЭ2013|52969}} </ref>.
 
1890 йылда ауыл йыйынында «Салауат батыр» йырын скрипкала башҡарғаны өсөн 5 тәүлеккә ябып ҡуялар. 1925 йылда Башҡортостан үҙәк крайҙы өйрәнеү музейына, легендалар буйынса Салауаттыҡы тип танылған эйәрҙе бүләк итә (ҡара: Салауаттың эйәре)<ref> Усманов Ә.Н. Салауат батыр. Өфө, 1945; БНТ. Т.2: Предания и легенды. 1997.</ref>.
 
== Иҫкәрмәләр ==