Киҫәксә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
18 юл:
 
==Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы==
* ''да/дә, ҙа/ҙә, ла/лә, та/тә'' киҫәксәләре һәр ваҡыт айырым яҙыла.
===Иҫкәрмә ===
 
Был киҫәксәләрҙе урын-ваҡыт килеш ялғауы менән бутарға ярамай. Килеш ялғауҙары кемдә? нимәлә? ҡайҙа? һорауҙарына яуап бирәләр һәм ҡушылып яҙылалар. Был һорауҙарға яуап бирмәгәндә, улар киҫәксә булып киләләр һәм айырым яҙылалар.
* ''да баһа/ҙа баһа, та баһа/ ла баһа, даһа/таһа, ҙаһа/лаһа, ғына/генә, ҡына/кенә, уҡ/үк'' киҫәксәләре айырым яҙыла.
 
Түбәндәге осраҡтарҙа ҡайһы берҙәре бергә яҙыла.
 
1.''ғына/генә, ҡына/кенә'' киҫәксәләре иркәләү-кесерәйтеүҙе белдереп, зат ялғауҙары менән ҡулланғанда:'''малғынам, бергенәм һ.б'''.
 
2''.-уҡ/-үк'' киҫәксәһе әйҙә, иртә, бер һүҙҙәре менән килгәндә: '''әйҙүк, иртүк, берүк'''.
 
3. ''ап-, һап-, йәп-, йәм-, ҡап-, көп-'', һ.б. көсәйтеү киҫәксәләре һыҙыҡса аша яҙыла: '''ап-аҡ, көпә-көндөҙ, һап-һары.'''
 
4.Түбәндәге киҫәксәләр ҡушып яҙыла:
 
а)һорау киҫәксәһе:''һөйләйме? хатамы?'';
 
б)''-сы/се'' киҫәксәһе:'''килсе, ҡуйсы;'''
 
в) икеләнеү киҫәксәһе: '''ҡайтҡандыр, аттыр.'''
 
5. ''-мы ни, -мы икән,-ме ни, -ме икән'' формаларында килеүсе киҫәксәләрҙең икенсе өлөшө айырым яҙыла: ''барҙыңмы ни, барғанмы икән һ.б''
===Иҫкәрмә ===
 
==Әҙәбиәт==
* Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Өфө-2000йыл ISBN 5-295-02619-1
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Киҫәксә» битенән алынған