Йософ (исем): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Йософ''' — башҡорт ир-ат исеме. == Этимология == Йосоп, Йософ (ғәр.) — өҫтәмә матур, бик шәп мәғәнәһендә. Йосоп пәйғәмбәр исеменән, сығышы Иосиф тигән боронғо йәһүт исеменә барып тоташа, «Йосоп һәм Зөләйха»..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

12:32, 21 сентябрь 2021 өлгөһө

Йософбашҡорт ир-ат исеме.

Этимология

Йосоп, Йософ (ғәр.) — өҫтәмә матур, бик шәп мәғәнәһендә. Йосоп пәйғәмбәр исеменән, сығышы Иосиф тигән боронғо йәһүт исеменә барып тоташа, «Йосоп һәм Зөләйха» легендаһына бәйле лә төрки халыҡтарҙа күп таралған[1].

Билдәле кешеләр

Йософ Гәрәй, Гәрәев Йософ Ибраһим улы (7 март 1904 йыл — 22 март 1988) — башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1936 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1937—1939 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары.

Ҡарамышев Йософ Ибраһим улы, Йософ (Мөхәмәтйософ) Ибраһим улы Ҡарамышев (1825 йылдың Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылы — ?) — кантон башлығы, ғәскәри старшина (1859). Ҡарамышевтар нәҫеленән.

Йософ бей, Йосоп (?—1554), Нуғай Урҙаһы бейе (1549—54). Иҙеүкәй нәҫеленән. Кенәз Йосоповтар нәҫелен башлап ебәреүсе.

Усманов Йософ Абдрахман улы (8 июнь 1903 йыл — 1 февраль 1993 йыл) — ғалим-агрохимик, йәмәғәтсе. 1930 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1931 йылдан агрохимия һәм тупраҡ ғилеме лабораторияһы мөдире, 1934—1935 һәм 1947—1949 йылдарҙа агрономия факультеты деканы, 1950—1978 йылдарҙа агрохимия кафедраһы мөдире. Башҡорт АССР-ының 2‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1968), профессор (1961). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957), Халыҡтар Дуҫлығы (1980) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1944, 1966) ордендары кавалеры. РСФСР‑ҙың (1971) һәм Башҡорт АССР‑ының (1957) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР‑ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1971).

Йософ Баласағуни — (Тыуған ваҡыты яҡынса 1040-сы йылдар ). Урта Азиялағы Баласағун ҡалаһында тыуып үҫкән. Туған телен, халыҡтың ауыҙ-тел ижадын, йолаларын сикһеҙ яратҡан. Ғәрәп һәм фарсы телдәрен яҡшы белгән. Нәфис һүҙ оҫтаһы һәм фекер эйәһе булараҡ даны таралғас, ҡараханиҙар дәүләте батшаһы Боғра хан мәрмәрһарайына кәңәшсе (хас хажип) итеп ҡуйған. Боғара ханға арнап ул «Ҡутадғу билиг» әҫәрен ижад иткән.

Аҡсурин Йософ Хәсән улы (Йософ Акчура, татар. Yosıf Aqçura, Yosıf Xəsən uğlı Aqçurin; Йосыф Акчура, Йосыф Хәсән улы Акчурин) (29.11.1876, Симбирск — 1935, Истанбул) — татар нәшерсеһе, яҙыусы, журналист, тарихсы, төрөк милләтселек идеологтарының береһе.

Фамилия

Йосопов Тимербай Йосоп улы, Тимер Йосопов (31 май 1938 йыл — 16 март 2016 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2003). 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. БАССР-ҙың (1988) һәм Рәсәй Федерацияһының (1999) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1998).

Йосопов Булат Тимербай улы (15 сентябрь 1973 йыл) — башҡорт режиссёры, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһы Кинематографсылар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы кинорежиссёрҙар Гильдияһы ағзаһы

Йосопов Ринат Мөхәмәт улы (12 ноябрь 1951 йыл— 15 ғинуар 2011 йыл) — ғалим-этнолог, антрополог, тарих фәндәре кандидаты.

Йосопов Харис Монасип улы (24 август 1929 йыл — 7 июнь 2009 йыл) — спортсы-көрәшсе, тренер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (1995). Дзюдо буйынса СССР‑ҙың (1975) һәм РСФСР‑ҙың (1969) атҡаҙанған тренеры, классик (1959) һәм ирекле (1960) көрәш, самбо (1967) буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры, дзюдо буйынса халыҡ‑ара (1975), самбо буйынса Бөтә Союз (1970) категориялы судья. РСФСР‑ҙың (1989) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, СССР‑ҙың физик культура отличнигы (1989). Почёт (2005) һәм Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры. Салауат районының почётлы гражданы. Силәбе ҡалаһындағы Көньяҡ Урал дзюдо мәктәбенә нигеҙ һалыусы, Рәсәй көрәшселәре араһында иң билдәле шәхестәрҙең береһе.

Йосопов Хәмит Ғәббәс улы (15 июнь 1917 йыл — 21 ғинуар 1993 йыл) — Салауат нефть химияһы комбинаты төҙөлөш механизацияһы идаралығының төҙөлөш буйынса контораһы бульдозерисы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Йосопов Ғайса Ғәлиәкбәр улы (21 май 1905 йыл — 19 август 1941 йыл) — шағир һәм публицист, 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби табип. В. И. Чапаевҡа һәм уның дивизияһына арнап Һамарҙа ҡуйылған монументтағы бер яугир образының тәүһыны (прототибы). 1932 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Йосопов Вәкил Барый улы (20 февраль 1952 йыл) — актёр, режиссёр. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1993), БАССР-ҙың атҡаҙанған (1979) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979).

Йосопов Ҡасим Нәзиф улы (26 ноябрь 1935 йыл) — иҡтисадсы, иҡтисад фәндәре докторы (1985), профессор (1991), Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985), Татарстандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2008). Ғ.Рамаҙанов (2005), М.И.Тоҡомбәтов (2006) исемендәге премиялар лауреаты.

Йосопов Һарун Вәли улы (22 июнь 1914 йыл — 26 июнь 1968 йыл) — ғалим-археологы, төркиәтсе һәм этнограф. 1952—1958 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Тарих фәндәре кандидаты (1952). Татарстан Республикаһының дәүләт премияһы лауреаты (1994).

Йосопов Харрас Ғәлиәкбәр улы (1 март 1928 йыл — 12 февраль 2006 йыл) — башҡорт тел белгесе, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1956). БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1988), СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1980), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964).

Йосопов Ринат Шәйхулла улы (1 ғинуар 1947 йыл) — БАССР-ҙың Саҡмағош районы Карл Маркс исемендәге колхоз тракторсыһы, Социалистик Хеҙмәт геройы (1976).

Йосопов Фәрит Сабир улы (24 ғинуар 1925 йыл — 23 ғинуар 2001 йыл) — балет артисы. 1970—2000 йылдарҙа Өфө һығылмалы материалдар һәм конструкциялар заводының Мәҙәниәт һәм техника һарайының балет студияһы етәксеһе. 1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1949). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1955).

Йосопов Билал Мөғтәсим улы (25 декабрь 1904 йыл — 26 февраль 1999 йыл) — совет тау инженеры. Геология-минералогия фәндәре докторы (1959), профессор (1969).

Йосопов Сәйфулла Ғәйфулла улы (23 апрель 1912 йыл — 7 август 1943 йыл) — совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында дошман амбуразураһын күкрәге менән ҡаплап, батырҙарса һәләк булған яугир. Айырым диңгеҙ пехотаһы разведка батальонының отделение командиры.

Йосопов Марсель Харис улы (3 ноябрь 1969 йыл) — Башҡортостан һәм Рәсәй сәйәсмәне һәм эшҡыуары, «Берҙәм Рәсәй» партияһынан 5-се (2007-2011) һәм 6-сы (2011-2016) саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. 2011—2012 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе (2009).

Иманғол Йосопов (1780—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Йософ сүрәһе (ғәр. يوسف‎ — сүрәтү Йусуф) — Ҡөрьәндәге ун икенсе сүрә. Мәккәлә инә. Аяттар һаны — 111. Шуларҙың туҡһан һигеҙе Йософ — Яҡуп пәйғәмбәрҙең улы тураһында. Ә беренсе 3 аят быға инеш булып тора. Уларҙа Ҡөрьән тураһында һөйләнелә.

Ҡисса-и Йософ, Йософ китабы, Ҡол Ғәлиҙең шиғри әҫәре, ҡисса. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса — уғыҙ телендә, икенсе сығанаҡтар буйынса иҫке төрки телендә[1][2] яҙылған. Төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы, XIII быуаттың беренсе яртыһына ҡарай (ҡайһы бер ҡулъяҙмаларҙа 1212 йыл, ҡайһыларында 1233 йыл күрһәтелгән). Башҡорт халҡының болғар осоронан һаҡланып ҡалған әҙәби ҡомартҡыһы.

«Йософ менән Зөләйха» — башҡорт халыҡ эпосы (ҡисса).

Йосопов баҡсаһы — Санкт-Петербургта баҡса. Фонтанка һәм Баҡса урамы араһындағы 9 гектар майҙанды Пётр I 1724 йылда кенәз Г. Д. Йосоповҡа бүләк итә. Һуңынан уның улы ике быуа, канал һәм гөл баҡсаһы менән даими баҡса төҙөй.

Йосопов һарайы — кенәз Феликс Йосопов (граф Сумароков-Эльстон) өсөн Ялта архитекторы Николай Краснов тарафынан Кореизда эклектик стилистикаһында төҙөлгән һарай.

Сығанаҡтар


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр