Ғаяз (исем): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Ғаяз''' — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Ғаяз исеме бар. == Этимология == Ғаяз исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Ярҙам итеүсе; ҡотҡарыусы, еңеүсе тигән мәғәнәне би..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

11:29, 21 сентябрь 2021 өлгөһө

Ғаязбашҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Ғаяз исеме бар.

Этимология

Ғаяз исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Ярҙам итеүсе; ҡотҡарыусы, еңеүсе тигән мәғәнәне бирә[1].

Билдәле кешеләр

Алтыншин Ғаяз Сәғит улы (23 апрель 1966 йыл — 20 август 2008 йыл) — башҡорт театр актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995).

Баймырҙин Ғаяз Исламетдин улы (1 ғинуар 1913 йыл — 7 май 1948 йыл) — хәрби осоусы, гвардия майоры (1943), Советтар Союзы Геройы (1944), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Ғаяз Исхаҡи (Иделле, татар. Ğayaz İsxaqıy, Гаяз Исхакый 1878 йылдың 23 февралендә Ҡазан губернаһы Чистай өйәҙе Яуширмә ауылында тыуған — 22 июль 1954 йылдың 22 июлендә вафат булған) — татар милли хәрәкәте эшмәкәре, яҙыусы, публицист, нәшерсе һәм сәйәсмән.

ҒАЯЗ ҒӘЙЕТБАЕВ — Сибай концерт-театр берекмәһе йырсыһы, төбәк-ара һәм республика йыр бәйгеләре лауреаты[2].

Фамилия

Ғаязов Әлфис Суфиян улы (3 июнь 1956 йыл) — дәүләт һәм фән эшмәкәре, ғалим һәм яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (2016), Рәсәй Мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы (2009), педагогия фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985).

Ғаязова Гөлһылыу Хәлил ҡыҙы (13 октябрь 1936 йыл — 15 февраль 2004 йыл) — БАССР Ҡарман ГРЭС-ы төҙөлөшө идаралығының штукатур-маляры, БАССР-ҙың Социалистик Хеҙмәт Геройы. Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының туғыҙынсы саҡырылыш депутаты (1975—1980).

Сығанаҡтар


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр