Гәрәй (исем): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Ук}} '''Гәрәй''' — башҡорт ир-ат исеме. == Этимология == ГӘРӘЙ фарсы теленән ингән исем. Ынтылыш, теләк, көслө, ҡөҙрәтле, эйәреүсе, дауам итеүсе тигән мәғәнәләргә эйә. Ир-ат исемдәре ялғауы булып та йөрөй<ref>Т..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

07:51, 21 сентябрь 2021 өлгөһө

Викидатала элемент юҡ

Гәрәйбашҡорт ир-ат исеме.

Этимология

ГӘРӘЙ фарсы теленән ингән исем. Ынтылыш, теләк, көслө, ҡөҙрәтле, эйәреүсе, дауам итеүсе тигән мәғәнәләргә эйә. Ир-ат исемдәре ялғауы булып та йөрөй[1].

Билдәле кешеләр

Ҡарамышев Гәрәй Батыргәрәй улы (8 июль 1888 йыл — сентябрь 1922 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1919-1922 йылдарҙа Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты рәйесе урынбаҫары һәм Башҡортостан Халыҡ хужалығы Советы рәйесе. Ҡарамышевтар нәҫеленән.

Шәфиев Гәрәй Гәрәй улы (10 июнь 1920 йыл — 1996 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены[1] кавалеры (1985) мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Кугәрсен районының 1972—1978 йылдарҙағы халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире.

Нафиҡов Гәрәй Абдулла улы (25 август 1907 йыл — 10 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се полкы командиры. Майор. Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Исхаҡов Гәрәй Усман улы (25 ноябрь 1931 йыл — 24 июнь 1997 йыл) — башҡорт журналисы, яҙыусы-драматург. 1972 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы, 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.

== Фамилия == 

Йософ Гәрәй, Гәрәев Йософ Ибраһим улы (7 март 1904 йыл — 22 март 1988) — башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1936 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1937—1939 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары.

Ауылдар

Гәрәй (рус. Гарейка) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 39 кеше[1]. Почта индексы — 452982, ОКАТО коды — 80208822002.

Гәрәй (Ҡалтасы районы) Гәрәй (рус. Гареевка) — Башҡортостандың Ҡалтасы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 15 кеше[1]. Почта индексы — 452877, ОКАТО коды — 80233830003.

Юғары Гәрәй — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Чалманарат ауыл биләмәһе составына керә.

Түбәнге Гәрәй (Иҫке Гәрәй; татар. Түбән Гәрәй, рус. Верхнее Карачево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Гәрәй (йылға) Гәрәй — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Тере Танып йылғаһы ҡушылдығы. Оҙонлоғо — 73 км, бассейн майҙаны — 886 км².

Гәре (Гәрәй ҡушылдығы) — (рус. Гари (устар. Томба)) — Рәсәйҙәге йылға.Башҡортостан Республикаһы, Пермь крайы, Татарстан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Гәре ике йылға - Ҡажматыйылға һәм Ереклейылға ҡушылған ерҙән баш ала. Йылға Гәрәй йылғаһының һул ярына тамағынан 65 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 16 км.

Гәрә (гәрәле, гәрәй) — башҡорт ҡәбиләһе. Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләшенә ҡарай.

Сығанаҡтар


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр