Ғәзим (исем): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Ук}} '''Ғәзим''' — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Ғәзим исеме бар. == Этимология == Ғәзим исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Батыр, ҡыйыу, ныҡ, бөйөк, абруйлы; аныҡ юлда..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

06:56, 21 сентябрь 2021 өлгөһө

Викидатала элемент юҡ

Ғәзим — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Ғәзим исеме бар.

Этимология

Ғәзим исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Батыр, ҡыйыу, ныҡ, бөйөк, абруйлы; аныҡ юлдан барыусы тигәнде аңлата[1][2].

Билдәле кешеләр

Ильясов Ғәзим Ғәлим улы (27 февраль 1967 йыл) — башҡорт йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), халыҡ-ара, төбәк-ара һәм республика йыр бәйгеләре еңеүсеһе, Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы лауреаты (2012).

Туҡаев Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы (14 март 1909 йыл — 7 ноябрь 1981 йыл) — 1935—1981 йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының (1954) һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1969). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).

Аллаяров Ғәзим Закир улы (19 декабрь 1912 йыл — 24 декабрь 1993 йыл) — партия эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуcы. 1941 йылдан — КПСС, 1973 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. КПСС-тың XXII съезы делегаты.

Шафиҡов Ғәзим Ғәзиз улы (1 октябрь 1939 йыл — 28 ғинуар 2009 йыл) — Башҡортостандың рус телендә ижад иткән шағиры. Прозаик, драматург, сценарист, публицист, тәржемәсе һәм фольклорсы. 1977 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2004). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1992), Сергей Чекмарёв исемендәге (1989), Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге (1992), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге (1995), Рәми Ғарипов исемендәге (1998) премиялар лауреаты.

Ҡасимов Ғәзим Ҡасим улы (1891 – 19 август 1937 йыл) — дәүләт һәм партия эшмәкәре. Башҡортостан АССР-ының мәғариф һәм юстиция халыҡ комиссары.

Зайнагов Ғәзим Ғәрәф улы (1911 йыл — 15 февраль 1945 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты

Сығанаҡтар


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр