Ғилман (исем): өлгөләр араһындағы айырма

башҡорт ир-ат исеме
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"''' Ғилман''' — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Ғилман исеме бар. == Этимология == Ғилман исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Ир бала йәки ожмах хеҙмәтсеһе тигәнде аңлат..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

04:27, 21 сентябрь 2021 өлгөһө

Ғилман — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Ғилман исеме бар.

Этимология

Ғилман исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Ир бала йәки ожмах хеҙмәтсеһе тигәнде аңлата[1][2].

Билдәле кешеләр

Ишкинин Ғилман Ғирфан улы (26 ғинуар 1965 йыл — 5 февраль 2011 йыл) — башҡорт шағиры.

Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы (22 март 1911 йыл — 18 июнь 1989 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1946—1950 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе, 1958—1972 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. СССР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 2‑се, 4—8‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1950). Ленин (1949), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1957, 1966) ордендары кавалеры.

Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улы (15.10.1937, Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Нәби ауылы — 1. 08.2003)— Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы) — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», йырсы, зоотехник, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы һәм «Почёт билдәһе» ордены кавалеры (1986).

Яҡупов Ғилман Ғирфан улы (20 март 1925 йыл — 11 февраль 2012 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Хәйбулла районының почётлы гражданы (2007).

Ғилман Хоҙайбирҙин — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 1-се Башҡорт атлы полкының йөҙбашы.

Ситдиҡов Ғилман Хәмзә улы (30 сентябрь 1946 йыл) — энергетик, «Уфаэнергоучет» яуаплылығы сикләнгән ойошма директоры[1] , Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт ветераны, 1976—1980 йылдарҙа Белорет район комсомол комитетының I секретары, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре.

Фамилия

Ғильманов Денис (13.10.1987) — кино һәм театр актеры. 2019 йылдан Санкт-Петербург йәш тамашасылар театры актеры.


Ауылдар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр