Ғәшүрә (исем): өлгөләр араһындағы айырма

башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Ғәшүрә''' — башҡорттарҙа һәм башҡа мосолман халыҡтарында таралған ҡатын-ҡыҙ исеме. == Этимологияһы == Ғәрәп теленән ингән исем. Һижрә буйынса Ай календарының беренсе айы — мөхәррәм айынын унынсы көнө атамаһынан алынған. Ошо байрам көнөндә т..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

15:24, 20 сентябрь 2021 өлгөһө

Ғәшүрә — башҡорттарҙа һәм башҡа мосолман халыҡтарында таралған ҡатын-ҡыҙ исеме.

Этимологияһы

Ғәрәп теленән ингән исем. Һижрә буйынса Ай календарының беренсе айы — мөхәррәм айынын унынсы көнө атамаһынан алынған. Ошо байрам көнөндә тыуған ҡыҙ балаға ҡушалар.

Билдәле шәхестәр

Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы (15.03.1915—3.11.2000, Сибай), театр актёры. 1942—1973 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972). Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт радиофестивале лауреаты (1937). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Темәс ауылынан.

Сөлйәмәнова Ғәшүрә Ғәлимйән ҡыҙы — «Заря» агросоюзын машина менән һауыу операторы, ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996 йыл, 5 ноябрь).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Ғәшүрә (ғәр. عاشوراء‎‎) — Исламда айырата хөрмәтләнә торған көн, ул мөхәррәм айының 10-сы көнөнә тура килә; сөнниҙәрҙә был көн Аллаһтың Муса пәйғәмбәрҙе һәм Бәни исраилде Фирғәүен ғәскәренән ҡотолдороуы хөрмәтенә сөннәт ураҙа тотоу менән билдәләнә, шиғыйҙарҙа мәтам көнө булараҡ билдәләнә, сөнки был көндә шиғый шәһиттәрен, иң әүәл имам Хөсәйен ибн Ғәли иҫкә алған көн.

Ашура (ғәшүрә) — албан ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләй торғана пудинг. Уны ваҡланған бойҙай, шәкәр, киптерелгән еләк-емеш, ваҡланған сәтләүек һәм дәрсен кеүек ҡушылмаларҙан ураҙаның унынсы көнөндә (ғәшүрә көнөндә) эшләйҙәр.


Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ