Уйылданов Фәнил Ғәфүр улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ВК абруйлы сығанаҡ түгел
ВК абруйлы сығанаҡ түгел
 
6 юл:
Уйылданов Фәнил Ғәфүр улы [[1965 йыл]]дың [[25 март]]ында [[Башҡорт АССР‑ы]]ның [[Сибай]] ҡалаһында тыуған. Сибайҙың «Искра» спорт клубында шөғөлләнә, тренерҙары Р. Р. Кәримов, Э. Н. Нурмөхәмәтов, Р. Т. Әхмәтвәлиев. Фәнил Ғәфүр улы Уйылданов өс төрлө бәйге көрәше буйынса спорт мастерлығына кандидат. Европа (1996, 1998), Евразия (2001), Рәсәй (1996—98, 2001) һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе универсиадаһы (1996) чемпионы, Европа чемпионатының бронза призёры (1996), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2003) һәм ике бронза (1999, 2001) призёры; профессионалдар араһында Европа чемпионы (2000). Ветерандар араһында Рәсәй чемпионы (2012) һәм Донъя кубогының бронза призёры (2014). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1996—2000)<ref name="УЙЫЛДАНОВ Фәнил Ғәфүр улы" />.
 
Фәнил Ғәфүр улы Уйылданов алты бала атаһы. Ҡасандыр үҙ көсө менән Европа чемпионы кимәленә күтәрелгән уҙаман хәҙер башҡаларға спорт үрҙәрен яуларға ярҙам итә. Чемпион Сибай ҡалаһында үҙ аҡсаһына ике спорт залы асып, унда күнекмәләр үткәрә һәм иң мөһиме — теләгән һәр кемгә бушлай. Ул спортты эскелеккә ҡаршы көрәшеүҙә бер ысул тип һанай. Йәшел йылан менән шаярыусылар күберәк булған биҫтәне һайлап алып спорт менән шөғөлләнергә шарттар тыуҙыра. Ул балаларҙы сәләмәт йәшәргә өйрәтергә,дөрөҫ юлдан атларға ваҡыт та мөмкинлек тә таба<ref name="Батыр егет-ил күрке">[https://vk.com/wall-36676061_260947 Батыр егет-ил күрке]</ref>.