Манапов Ирек Усман улы — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
{{Ук}}
 
'''Манапов Ирек Усман улы''' ([[7 май]] [[1947 йыл]])  — инженер-механик. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2005). Почетлы моторҙар эшләүсе (2005), 2‐се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы кавалеры (2000), Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2009)<ref name="МАНАПОВ Ирек Усман улы"> [{{БЭ2013|86587}}]</ref><ref name="Манапов Ирек Усман улы">[http://letopiswiki.ugatu.su/index.php?title=%D0%9C%D0%B0%D0%BD%D0%B0%D0%BF%D0%BE%D0%B2_%D0%98%D1%80%D0%B8%D0%BA_%D0%A3%D1%81%D0%BC%D0%B0%D0%BD%D0%BE%D0%B2%D0%B8%D1%87 Манапов Ирек Усман улы]</ref>.
 
== Биографияһы ==
Манапов Ирек Усман улы [[1947 йыл]]дың 7 майында [[Башҡорт АССР‑ы]]ның [[Ҡырмыҫҡалы районы]] [[Иҫке Ҡыйышҡы]] ауылында тыуған<ref name="МАНАПОВ Ирек Усман улы" />. [[1966 йыл]]да Өфө авиация техникумын, 1972 йылда Өфө авиация институтын тамамлай һәм инженер-механик һөнәре ала. 1966 йылда Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә цехта көйләүсе булып хеҙмәт юлын башлай, 1970 йылдан башлап инженер-технолог. 1972-19731972—1973 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1973 йылдан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә инженер-технолог, реконструкциялау буйынса цех начальнигы урынбаҫары, техник бүлек буйынса цех начальнигы урынбаҫары, 3в1 цехы начальнигы, ә 1988 йылдан — баш технолог, 2002 йылдан — баш инженер булып эшләй<ref name="Манапов Ирик Усманович">[http://umpo.ru/company/obshchie-svedeniya/pochetnye-motorostroiteli/2005/manapov-irik-usmanovich/ Манапов Ирик Усманович]</ref>.
 
== Фәнни эшмәкәрлеге ==
Манапов Ирек Усман улы рационализаторлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, патенттар авторы. Уның ҡатнашлығында һалҡын вальцовкалау ысулы менән көрәксәләр әҙерләү технологияһы ғәмәлгә индерелә, нефть ташыу өсөн насостарҙы сериялы етештереү уйлап табыла һәм үҙләштерелә. Ирек Усман улы Манапов етәкселегендә АЛ‐31СТ, Д436Т1, УМЗ‐340/341, ҡаргиҙәр һәм башҡа двигателдәр өсөн төп изделиелар етештереүгә технологик әҙерлек үткәрелә<ref name="Манапов Ирик Усманович" />.
 
== Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре ==
* Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2005),
* Почетлы моторҙар эшләүсе (2005),
* 2‐се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы кавалеры (2000),
 
== Һылтанмалар ==
* [{{БЭ2013|86587}}]
* [http://letopiswiki.ugatu.su/index.php?title=%D0%9C%D0%B0%D0%BD%D0%B0%D0%BF%D0%BE%D0%B2_%D0%98%D1%80%D0%B8%D0%BA_%D0%A3%D1%81%D0%BC%D0%B0%D0%BD%D0%BE%D0%B2%D0%B8%D1%87 Манапов Ирек Усман улы]
* [http://umpo.ru/company/obshchie-svedeniya/pochetnye-motorostroiteli/2005/manapov-irik-usmanovich/ Манапов Ирик Усманович]
21 346

үҙгәртеү