Ғафури Зөһрә Камалетдин ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ВК абруйлы сығанаҡ түгел
 
1 юл:
{{Ук}}
'''Ғафури (Насырова) Зөһрә Камалетдин ҡыҙы''' ([[1892 йыл]]  [[1938 йыл]]) — [[Башҡортостан]]дың халыҡ шағиры [[Мәжит Ғафури]]ҙың ҡатыны, алдынғы ҡарашлы ҡатын-ҡыҙ, уҡытыусы, тегенсе<ref>[https://ufa.bezformata.com/listnews/muza-mazhita-gafuri/9490712/ К 120-летию Зухры Гафури]</ref>.
 
== Биографияһы ==
7 юл:
Алпауыт ҡатыны Суфия Тәвкилева-Йәнтүрина ҡурсалауы аҫтында заманаһына ҡарата бик һәйбәт белем һәм тәрбиә ала.
 
Зөһрәнең ата-әсәһе оҫта тегенсе була, атаһы — ир-ат өсөн, әсәһе — ҡатын-ҡыҙ кейеме тегә. Улар Тәвкилевтәрҙең зиннәтле һарайына яҡын ғына, йылға буйында урынлашҡан кескәй генә йортта йәшәгән. Һөнәрселек менән аҡса эшләгәнлектән, ер биләмәләре булмай. Балалары: Тәүфиҡә, Мәликә, Зәкиә, Зөһрә, Нуретдин һәм Имаметдин.
Ата-әсәһе вафат булғас, Тәүфиҡә апаһы ире менән Килемдә ҡала, ә ҡалған балаларҙы бояр Тәвкилев үҙенең Өфөләге имениеһына килтерә.
Имаметдин менән Нуретдинде миллионер Кәримовтың магазинына эшкә урынлаштыра. Ҡыҙҙар гимназияла уҡый.
79 юл:
2007 йылдың 22 декабрендә Зөһрә ханымдың тыуған ауылы Килемдә 115 йәшен тантаналы билдәләгәндә, БДУ профессоры [[Сафуанов Суфиян Ғаяз улы]] «Ҙур шағирҙың ҡатыны булыу еңелме?» тип аталған сығышында Мәжит Ғафури ғүмерендә Зөһрә ханымдың ҙур роле һәм әһәмиәте тураһында һөйләне.
 
«М.Ғафури — БР 21-се быуат» мәҙәни фонды рәйесе Л. Камаева М. Ғафури менән Зөһрә ханым тормошоноң аҙ билдәле мәғлүмәте менән таныштырҙы. Уларҙың балалары һәм ейәндәре хаҡында һөйләне.
 
Улдары Әнүәр Ғафуров  Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, хәрби наградаға эйә була. СССР Журналистар союзы ағзаһы, радио һәм телевидениела әүҙем хеҙмәт итә.
 
Ейәне Рәиф Әнүәр улы Ғафури — М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлай, техник фәндәре докторы, профессор. Астрофизика өлкәһендә эшләй. Икенсе ейәне Хәлит Әнүәр улы — профессиональ массажист һәм балалар өсөн шиғырҙар һәм хикәйәләр авторы.
 
2012 йылдың 31 ғинуарында Башҡортостан йәмәғәтселеге Мәжит Ғафуриҙың тормош иптәше Зөһрә ханым Камалетдин ҡыҙының 120 йәше билдәләнде.
 
Был сара үҙенә ҡарата уникаль — уны Башҡортостан халыҡтарының Дуҫлыҡ йорто ярҙамында, Мәжит Ғафури исемендәге төбәк-ара мәҙәниәт фонды, Башҡортостан татарҙары Тарихи-мәҙәни үҙәге һәм Бүздәк районы администрацияһы ойошторҙо.
 
Мәжит Ғафури лайыҡ булған тарихи баһаға, әлбиттә, уның музаһы һәм йондоҙо Зөһрә ханым да лайыҡ.
 
Ғафури династияһын Халыҡ шағирының бүләһе, Хәлиттең улы - — Мирсәйет дауам итә<ref>[https://proza.ru/2012/01/28/1377 Муза народного поэта]</ref>.
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
* [[Килем]]
* [[Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы]]
 
== Сығанаҡтар ==
 
== Әҙәбиәт ==
Юл 103 ⟶ 100:
 
== Һылтанмалар ==
* [https://vk.com/wall-80949146_1577 Мемориальный дом-музей Мажита Гафури]
* [https://kulturarb.ru/ru/persony/gafuri-mazhit Культурный мир Башкортостана. Гафури Мажит]
* [https://proza.ru/2012/01/28/1377 Муза народного поэта]