Ишбирҙин Тимерйәр Ғарифулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
2 юл:
 
== Биографияһы ==
Тимерйәр Ишбирҙин 1911 йылда Баймаҡ районының Иһән ауылында Вазифа һәм Ғарифулла Ишбирҙиндәр ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Атаһы бик дини кеше була һәм Иһән ауылы мәсетендә мәзин булып тора<ref name="Сәйғәфәров Ә. М." />. Шунлыҡтан ғаиләлә балаларҙа белем алыуға ынтылыш көсләкөслө була. Өлкән улдары Сәлихйән, Верхнеурал реаль училищеһын тамамлап, Баймаҡ районында электр үткәреү менән шөғөлләнә. Икенсе улдары Тимерйәр ҙә бәләкәйҙән белемгә тартыла. Шуға ла уның хеҙмәт кенәгәһендәге Тимерйәрҙең 13 йәшенән наҙанлыҡты бөтөрөүҙә әүҙем ҡатнашыуы тураһындағы яҙма бар. Артабан ул тәүҙә Иһән башланғыс мәктәбендә уҡыта. 1930 йылда Өфө Башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә. Уҡыу йортондағы төрлө сәйәси һәм мәҙәни сараларҙа әүем ҡатнаша. 1932 йылда коммунистар партияһы сафына алына һәм техникумдың партячейка бюроһы ағзаһы һәм бюроның секретары итеп һайлана<ref name="Сәйғәфәров Ә. М." />.
 
1937 йылда Түбә мәктәбендә физика, математика фәненән балаларға белем бирә. 1939 йылда Совет Армияһы сафына алына һәм совет-фин һуғышында ҡатнаша. 1941 йылда демобилизациялана һәм Түбә мәктәбендә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, директор вазифаларын башҡара. Һуғыштың тәүге айҙарында Тимерйәр олатай үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Тәүҙә Әлкәләге хәрби гарнизонда кесе командирҙар курсын тамамлай һәм Мәскәүҙе оборонаһында торған ғәскәргә элемтәселәр взводына командир итеп ебәрелә. Мәскәү өсөн барған ҡаты алыштарҙың береһендә дошман снаряды элемтәселәр ултырған блиндажҡа төшөп шартлай. Тимерйәр Ишбирҙин, үҙенең командалыҡ иткән яугирҙәр менән бергә һәләк була<ref name="Сәйғәфәров Ә. М." />.