Сифат: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
Предметтың билдәһен белдерә. Ул ниндәй, ҡайһы, ҡайҙағы, ҡасанғы һорауҙарына яуап бирә.
Ул исемдең алдынан килеп, уны асыҡлай
== Сифат тураһында дөйөм төшөнсә==
 
Морфологик йәһәттән сифатар үҙгәрмәүсән һүҙ төркөмөнә ҡарай, тик төп сифатар ғына дәрәжә формаларын ҡабул итә: күк, күкһел, күгерәк, күм-күк.
 
Һөйләмдә сифаттар һәр саҡ тиерлек аныҡлаусы һәм хәбәр функцияһын башҡара: бейек (тау), һөҙәк(тау),текә(яр);(өй) бейек, (еп) нәҙек. һ.б. Тап шул ваҡытта бейек ҡырластың өҫтөнән ҡыңғырау тауыштары ишетелде.(М. Ғафури) Ҡайһы саҡта Фатима шат, көләс. (Ж.Кейекбаев.
==Сифаттарҙың яһалышы==
башҡорттелендә ҡайһы бер һүҙҙәр тамыр хәлендә үк предметтың билдәһен белдерә. Бынан тыш, предметтың билдәһен белдереүҙә икенсе һүҙ төркөмдәренән яһалған һүҙҙәр ҡулланыла. Мәҫәлән: болот- болотло, оял- оялсан, эш- эшсән.
Яһалышы яғынан сифаттар өс төрлө була: тамыр сифат, яһаома сифат, ҡушма сифат.
===Тамыр сифат===
тамыр сифат тамыр хәлендә предметтың билдәһен белдерә: аҡ, бәләкәй, ҙур, күк, һары.
===Яһалма сифат===
Төрлө һүҙ төркөмдәренән булған һүҙҙәргә ялғау ялғап, предметтың билдәһен белдереп була. Барлыҡҡа килгән был һүҙ яһалма сифат була.Мәҫәлән:
 
исемдән: аң-аңлы, белем- белемле, тоҙ- тоҙло,тоҙһоҙ, яҙ-яҙғы, көҙ- көҙгө.
 
ҡылымдан; сереү-серек, ҡурҡыу- ҡурҡаҡ, илау- илаҡ, көөү- көйгәләк, һиҙеү- һиҙгер, яҙыу- яҙма(эш).
 
һандан: ете- етеле, йөҙ- йөҙлө.
 
исем ҡылымдан: түләү- түләүле, ҡарау- ҡараулы.
 
үҙләштерелгән һүҙҙәрҙән: тарих- тарихи, ғилем-ғилми, фән- фәнни, иҡтисад- иҡтисади, сәйәсәт- сәйәси
===Ҡушма сифат===
Ҡушма сифаттар үҙҙәре бер нисә юл менән яһала.
 
парлы: аҡлы- ҡаралы, яҙлы -көҙлө.
 
ҡабатлау:көслө- ҡөслө, һылыу- һылыу.
 
бәйләү: сейә ҡыҙыл(төҫ) нәҙек оҙон (буй,
 
====
==Әҙәбиәт==
* Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Өфө-2000йыл ISBN 5-295-02619-1
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Сифат» битенән алынған