Стуков Иннокентий Николаевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.8
 
5 юл:
Священник улы. Троицкосавск (Кяхта) ҡалаһында реаль училищены тамамлай. Психоневрологик институтында уҡый, әммә уны тамамламай, артабан пехота хәрби училищеһында уҡый. РСДРП-ла 1905 йылдан, большевик. Батша төрмәләрендә 6 йыл үткәрә, 1911 йылда Томск губернаһындағы һөргөндән ҡаса. 1917 йылда РСДРП(б)-ның Мәскәү өлкә бюроһы ағзаһы. Владимир, [[Тверь]] һәм [[Калуга]] округтарынан Учредителдәр йыйылышына һайлана, 5 ғинуарҙағы ултырышта ҡатнашыусы.
 
[[1918 йыл]]дан алып [[Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы|РККА-ла]], 5-се армияның [[Революцион хәрби совет|Реввоенсовет]] ағзаһы. 1919 йылда [[Өфө]] революцион комитеты рәйесе, 1920 РКП(б)-ның Өфө өлкә комитеты рәйесе<ref>http://www.gasrb.ru/uf/file/putev_sekrbashobkomakp.pdf {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20171215170400/http://www.gasrb.ru/uf/file/putev_sekrbashobkomakp.pdf |date=2017-12-15 }}</ref>. «Совет Себере» журналы нәшриәтенең редакторы була, 1920-[[1921 йыл]]дарҙа «децист»арға (группа демократического централизма) ҡушыла. [[1926]]—[[1927 йыл]]дарҙа берләшкән оппозицияла ҡатнаша, шунан һуң партия сафтарынан сығарыла һәм һөрөлә. Артабанғы йылдарҙа [[Мәскәү]]ҙә хәрби һәм хужалыҡ эшендә. [[1936 йыл]]да РСФСР-ҙың Финанстар халыҡ комиссариатының иҡтисади тикшеренеүҙәр секторы начальнигы.
 
[[1936 йыл]]дың 21 мартында ҡулға алына. СССР-ҙың Юғары судының хәрби коллегияһы тарафынан атырға хөкөм ителә. 1936 йылдың 4 ноябрендә хөкөм ҡарары ғәмәлгә ашырыла. 1957 йылдың 30 ноябрендә, үлгәндән һуң, аҡлана.