Касёво: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up using AWB
 
1 юл:
{{Ук}}
'''Касёво''' ('''Петропавловка''') — [[Башҡортостан]]да юҡҡа сыҡҡан ауыл, хәҙер — [[Нефтекама]] ҡалаһының «Касёво» муниципаль берәмеге
 
== Географияһы ==
Ауыл Шыверялка йылғаһы буйында [[Николо-Берёзовка]]нан 17 км, Өфөнән 182 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
 
== Тарихы ==
1745 йылда Йәнәй улусының Һыуыҡһыу һәм Ҡалмаш ауылы башҡорттары «Касёво ауылы крәҫтиәндәренә 16 йылга оброк милегенә биләмә, солоҡ ағастары менән урман участкаһы, балыҡ тотоу һәм һунар итеү өсөн Кама йылғаһы буйлап өҫкә табан болон ситтәрендә: аҫ яҡтан - Игареев биләмәһенең Агашин һаҙлығынан алып Мысов баҫыуына тиклем, өҫ яҡтан Демидовкаға тиклем, Уран биләмәһенә һәм Корякин ерҙәренә тиклем ерҙәр бүлеп бирә»<ref>[https://nailtimler.com/bashkortostan/krasnokamskiy_rayon/krasnokamskiy_rayon_kasevo.html История села Касево (Петропавловка)]</ref>. Касёво Башҡортостан территорияһында һарай крәҫтиәндәренең иң тәүге торағы булып тора. XVII быуат башында нигеҙ һалына. 1646 йылда Ҡазан өйәҙе Ар даруғаһының Сарапул улусында. «Ҡазан коменданты Никита Алферович Кудрявцевтың һарай Сарапул ауылының иҫәбен алыу китабына» (1710) ярашлы Касево ауылы халҡы 42 кеше тәшкил итә. [[1719 йыл]]да 1-се рәүиз ваҡытында ауылда 136 крәҫтиән иҫәпкә алынған. Касёво крәҫтиәндәре алпауыттыҡы түгел, ә һарай крәҫтиәндәре булған<ref name="касева246">{{Китап|заглавие=Сборник Отдѣленія русскаго языка и словесности Россійской академіи наук|ссылка=http://books.google.pt/books?id=xvUMAQAAIAAJ|место=СПб.|издательство=Тип. Имп. Академіи наук|год=1910|страницы=246}}</ref>. Уларҙың төп шөғөлө игенселек була
 
[[1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы|Пугачёв фетнәһе]] ваҡытында Пугачёв кешеләренең береһе ауылды талай һәм храмды яндыра<ref name="касева246">{{Китап|заглавие=Сборник Отдѣленія русскаго языка и словесности Россійской академіи наук|ссылка=http://books.google.pt/books?id=xvUMAQAAIAAJ|место=СПб.|издательство=Тип. Имп. Академіи наук|год=1910|страницы=246}}</ref>
 
1796—1865 йылдарҙа ауыл [[Ырымбур губернаһы]]ның [[Бөрө өйәҙе]] составында. 1865 йылда Ырымбур губернаһы территорияның бер өлөшөндә [[Өфө губернаһы]] ойошторола һәм Касёво ауылы Бөрө өйәҙе составында уның административ-территориаль буйһоноуына күсә. [[XIX]] — [[XX быуат]]тар башында Касёво [[Пермь губернаһы|Пермь]], [[Вятка губернаһы|Вятка]] һәм Өфө губерналары сигендә урынлаша, һәм [[Бөрө өйәҙе]] Касёво улусының үҙәге була. 1922—1930 йылдарҙа — ауыл Башҡорт ССР-ы [[Бөрө кантоны]] [[Калегин]] улусы составында. 1930 йылда Башҡорт АССР-ында кантондар бөтөрөлөү менән Касёво [[Краснокама районы]] составына инә. 1932 йылда Краснокама районы [[Ҡалтасы районы]]на ҡушыла һәм Касёво был райондың административ-территориаль буйһоноуында була<ref name="ганиев220">{{Китап|автор=А. М. Ганиев|заглавие=Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник|ссылка=http://books.google.pt/books?id=XGUnAQAAIAAJ|место=Уфа|издательство=Китап|год=2008|страницы=220|страниц=448|isbn=978-5-295-04439-7}}</ref>. 1935 йылда район ҡабаттан Краснокама һәм Ҡалтасы районына бүленә, Касёво тағы Краснокама районы составында була. 1950 йылда Касёво ауылы яңы ойошторолған [[Нефтекама]] ҡалаһы составына инә.
 
[[1870 йыл]]да Касёво ауылында 252 ихата була, халҡы 1361 кеше тәшкил итә. 1895 йылда — 280 йорт һәм 1289 кеше йәшәй. Ауылдың айырым кешеләренең хужалығында 3 май һығыу йорто, 5 тирмән, 35 кибет була. Аҙна һайын кесаҙна көндәрендә баҙар үткәрелә, йылына дүрт тапҡыр йәрминкә үтә (25 март, 29 июнь, 20 июль, 26 октябрь). 2-класлы ир-егеттәр училищеһә һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың земство мәктәбе, часовня һәм православие сиркәүе эшләй. 1920 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса — 289 ихатала 1485 кеше йәшәй.
 
[[1825 йыл]]да ауылда яңынан төҙөлгән Петропавловск соборы асыла (хәҙер Петропавловск сиркәүе).<gallery>
Файл:Microdistrict Kasevo in Neftekamsk-city.jpg
Файл:Петропавловская церковь, вид сбоку.JPG|Петропавловск сиркәүе
24 юл:
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
{{Иҫкәрмәләр}}
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
[https://ru.wikipedia.org/wiki/Нефтекамск Нефтекамск]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Касёво» битенән алынған