Хисмәтуллин Сисәнбай Хисмәтулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
4 юл:
 
Ата - бабалары, туғандары һәм тоҡомо [[Хисмәтулла нәҫеле *|шәжәрәлә]] күрһәтелгән.
 
== Ралит ағай Ғөнсәровтан 2006 йылда яҙып алынды ==
Сисанбай Хисматуллин 13 йәшендә хәҙерге Стәрлебаш районына ҡараған Стәрлебаш ауылындағы Зәйнулла ишандың мәҙрәсәһенә уҡырға китә. Бик яҡшы уҡығаны өсөн Ҡазанда Ҡасимиә мәҙрәсәһендә уҡыуын дауам итеү хоҡуғуна эйә була. Ҡасимиә мәҙрәсәһен уңышлы тамамлай һәм Ғәрәбстанға Мәккә ҡалаһына уҡырға китә. Унда өс йыл ярым табиблыҡҡа уҡый. Сисәнбай Ғәрәбстандан туры Ҡазанға ҡайта һәм Ҡасимиә мәҙрәсәһендә табип булып уҡыта.
 
 
Атаһы Хисмәтулла Ләмәҙ-Тамаҡ ауылында улы ҡайтыуына тип мәсет һалдыра. Хисмәтулла мәсетен килешеү буйынса Мәләкәҫтән килгән Әхмәтьйән муллаға тапшыра. Әхмәтьйән мулла атаһы Хисаметдин менән указной мулла булып Ләмәҙ-Тамаҡ ауылына килгән булалар. Улар үҙҙәре лә мәсет һалдыралар. Был ике мәсет йорто ХХ быуаттың 70-се йылдарына тиклем ауылға хеҙмәт итте. Хисмәтулла ҡарт һалдырғаны клуб булып ҡулланылды. Ул мәсет урынында бөгөн яңы клуб баҡсаһы, Бөйөк Ватан һуғышында үлеп ҡалған Ләмәҙ-Тамаҡ ауылы йәүгирҙәренә һәйкәл тора. Әхмәтйән мулла һалдырған мәсет Сүсәкәй тауы итәгендә булған. Өҫкө урамдағы Ғинятов Фәрит Баязит улының йорто артына тура килә.
 
 
Сисәнбай Хисмәтуллин 40 йәштәрҙә Ҡазандан ауылға ҡайта. Дыуан-Мәсетле ауылынан Ҡәнзәфәр кантондың Сәмсинур исемле ҡыҙына өйләнә. Дини дәрәжһә ишан булыуына ҡарамаҫтан, дин эштәре менән шөғөләнмәй. Мәсетен ауыл файҙаһына биреп ҡуйа. Үҙе балалар уҡыта, табибсылыҡ менән шөғөлләнә.
 
 
Сисәнбай хәҙрәттең бер малай, ике ҡыҙы була. Малайы Ғөнсәр, ҡыҙҙары Зөбәйҙә һәм Гөлйыһан. Әхмәтйән мулла менән ҡоҙа булышалар.
 
== Әҙәбиәт ==