Рәсәй Федерацияһы Геройы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Шулай уҡ ҡарағыҙ: өҫтәмә мәғлүмәт
Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.8
 
14 юл:
«Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан тик бер генә тапҡыр бирелә<ref>Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме икенсегә бирелмәй</ref>.
 
Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә беренсе булып Осоу составының Липецк хәрби әҙерлек һәм яңынан уҡыу-өйрәнеү үҙәге начальнигы авиация генерал-майоры Соламбек Сусаркулович Осҡанов лайыҡ була. Был юғары исем уға Рәсәй Федерацияһы Президентының 1992 йылдың 11 апрелендәге 384-се указы менән үлгәндән һуң бирелә. 1992 йылдың 7 февралендә «МиГ-29» самолётында сираттағы осош заданиеһын үтәгән ваҡытта техника эшләүҙән баш тарта, һәм генерал, үҙ-үҙен ҡорбан итеп, осҡостоң тораҡ пунктына төшөүенә юл ҡуймай. Соланбек Осҡановтың тол ҡатынына 2-се «Алтын Йондоҙ» миҙалын тапшыралар. [[Николай Антошкин]] фаразы буйынса, ил етәкселегендә 1-се Рәсәй Геройы мотлаҡ тере булырға тейеш тип ҡарар итәләр<ref>[http://www.redstar.ru/2007/03/28_03/1_02.html Слава их не померкнет. Званию Героя России 15 лет] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20080325073207/http://www.redstar.ru/2007/03/28_03/1_02.html |date=2008-03-25 }}</ref>.
 
1-се «Алтын Йондоҙ» миҙалы «Мир» орбиталь станцияһында оҙайлы йыһан осошо өсөн лётчик-космонавт Сергей Крикалёвҡа тапшырыла. Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме уға Рәсәй Федерацияһы Президентының шул уҡ 1992 йылдың 11 апрелендәге, әммә һуңыраҡ ҡул ҡуйылған 387-се указы менән бирелә<ref>[http://www.warheroes.ru/main.asp?mode=&flt_vis=1&birth_date=&death_date=&start_date=&end_date=&war=0&award=3&l=0&sort=2&all=50 Патриотический интернет проект «Герои Страны».]</ref>.