Мэрцишор: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Ардах18 (фекер алышыу | өлөш) ә категория |
Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.8 |
||
12 юл:
Мэрцишорҙың тарихи тамырҙары кешелек өсөн асылмаған сер булып ҡалған. Әммә был миҙгел байрамы Рим империяһында Яңы йыл башы 1 мартта билдәләнгән замандарҙан уҡ ҡалған тип иҫәпләнә. Март айының атамаһы һуғыш аллаһы Марстың исеме менән аталһа ла, бер үк ваҡытта ерҙең уңдырышлылығына, тәбиғәттең һәр ваҡыт яңынан терелеү, тыуыу һәләтенә лә бәйле. Ошо юҫыҡтан ҡарағанда, Мэрцишорҙың аҡ төҫө тыныс тормош һәм йәшәйешкә, ә ҡыҙылы һуғыш, ҡырылышҡа ишара.
Румыниялағы археологик ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһендә, мерцишорҙың 8 мең йыл элек ҡыҙылға һәм аҡҡа буялған бәләкәй генә таштарҙан муйынға тағыр өсөн амулет рәүешендә эшләнгәндәре табылған. Мэрцишорҙы иң башлап Иордаке Голеску иғтибарға алған. Фольклорсы Симон Флоря Мариан яҙыуынса, Молдова һәм Буковинала балаларҙың муйынына алтын менән көмөш тәңкәләрҙе ҡыҙыл һәм аҡ епкә элеп эшләнгән мэрцишор таҡҡандар. Йәш ҡыҙҙар ҙа мерцишорҙы яҙҙың тәүге 12 көнөндә муйынға таҡҡандар. Артабан уны ҡауҙылар осоп килгәнсе, йәки емеш ағастарының сәскә атыу осоронаса сәстәренә ҡуша үреп йөрөткәндәр. Шунан һуң ғына уның ҡыҙыл һәм аҡ бауын шул ағастарҙың ботағына бәйләгәндәр, ә тәңкәһенә һарыҡ һөтөнән әҙерләнгән брынза ([каш]) һатып алғандар.<ref name="two">[http://www.ici.ro/romania/ro/cultura/f_martisor.html Мэрцишор — символ весны] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20060410022400/http://www.ici.ro/romania/ro/cultura/f_martisor.html |date=2006-04-10 }} {{ref-ro}}</ref>
== Иҫкәрмәләр ==
|