Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Rescuing 5 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.8
19 юл:
'''Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы''' — [[Башҡортостан]]дың [[Мәләүез]] ҡалаһындағы дөйөм белем биреү мәктәбе. 1997 йылдың 28 февралендә рәсми рәүештә асыла.
 
2008 йылдан гимназия [[башҡорт]] старшинаһы [[Кинйә Арыҫланов]] исемен йөрөтә<ref name="гимназия">[http://bash-gimka9.ru/osnovnye-svedeniya/nasha-istoriya/ Башҡорт гимназияһының тарихы] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20170801031703/http://bash-gimka9.ru/osnovnye-svedeniya/nasha-istoriya/ |date=2017-08-01 }}</ref>.
 
Әлеге ваҡытта [[Мәләүез]] ҡалаһының Кострома урамындағы 35-се йорт адресы буйынса урынлашҡан.
25 юл:
== Тарихы ==
[[Файл:Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы логотибы.jpeg|thumb|right|250px|Гимназияның эмблемаһы]]
Мәләүез ҡалаһында башҡорт гимназияһын төҙөү тураһында ҡарар 1993 йылда ҡабул ителә. 1994 йылдың 15 октябрендә уҡыу йортоноң нигеҙенә тәүге таш һалына, ә 1996 йылдың 1 сентябрендә ул 6-сы лицей базаһында эшләй башлай<ref>[http://bash-news.ru/92363-pokoryaya-novyie-i-novyie-vershinyi.html Покоряя новые и новые вершины - новости Мелеуза] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20170802231314/http://bash-news.ru/92363-pokoryaya-novyie-i-novyie-vershinyi.html |date=2017-08-02 }}</ref>. Был башҡорт гимназияһы тантаналы рәүештә 1997 йылдың 28 февралендә асыла<ref name="гимназия" />. Тәүге директоры итеп [[Малабаева Тәнзилә Һибәтулла ҡыҙы]] була. Гимназия 2004 йылда «Рәсәй иң яҡшы мәктәптәре» бөтә Рәсәй конкурсының региональ этабында «Мәктәптәрҙең мәктәбе» номинацияһында икенсе урынды, ә киләһе йылда беренсе урында яулай. 2005 йылда [[Мәләүез районы]]ның иң яҡшы мәктәбе тип таныла. 2007 йылда гимназия эргәһендә 120 уҡыусы өсөн интернат асыла. Асыу тантанаһында Башҡортостандың шул ваҡытта президенты [[Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы]] ҡатнаша. Интернатты төҙөү эштәренең дөйөм хаҡы — 36 миллион һум<ref>[http://www.bashinform.ru/news/156470-v-meleuze-byl-otkryt-internat-bashkirskoy-gimnazii-n9/ В Мелеузе был открыт интернат башкирской гимназии N9]</ref>. 2008 йылда гимназияға [[Кинйә Арыҫланов]] исеме бирелә. 2014 йылда «Иң яҡшы белем биреү сайты — 2014» республика конкурсында «Мәктәп сайты» номинацияһында бүләккә лайыҡ була.
 
2015 йылда гимназияла 18 йыл директор булып эшләгәндән һуң Тәнзилә Малабаева вазифаһын гимназияла уҡып сыҡҡан [[Ғәлиуллин Рөстәм Мөхәррәм улы]]на тапшыра. Әммә ул бер йыл ғына эшләй. 2016 йылда гимназияның яңы директоры итеп [[Рафиҡова Ләлә Хәниф ҡыҙы]] ҡуйыла<ref>[http://put-okt.com/melnews/2885-vlyublennyy-v-svoe-delo-pedagog.html Влюблённый в своё дело педагог] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20170802172012/http://put-okt.com/melnews/2885-vlyublennyy-v-svoe-delo-pedagog.html |date=2017-08-02 }}</ref>. Ә шул уҡ йылдың октябрендә ул «Башҡортостан республикаһы мәғәрифы отличнигы» билдәһенә лайыҡ була. 2017 йылда гимназия үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын үткәрә һәм 20-се сығарылыш класын сығара.
 
Гимназияла йыл һайын үткәрелгән саралар ҙа бар. Мәҫьәлән, гимназия тыуған көнө, турслет, көҙ балы, строй, йыр һәм речевка конкурсы, «Һылыуҡай» менән «Әйҙәгеҙ, егеттәр» бәйгеләре һәм Шәжәрә байрамдары<ref>[http://bash-gimka9.ru/nashi-tradicii/ Гимназия сайты. Беҙҙең йолалар] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20170801064819/http://bash-gimka9.ru/nashi-tradicii/ |date=2017-08-01 }}</ref>.
 
== Характеристикалары ==
Гимназияла 30-ҙан артыҡ уҡыу кабинеттары, ике спорт залы, 200 кеше өсөн ашхана бар. Информатика кабинеты 15 компьеютер һәм интерактив таҡта менән йыһазландырылған<ref>[http://bash-gimka9.ru/materialno-texnicheskoe-obespechenie/ Гимназия сайты. Материаль-техник база] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20170801064456/http://bash-gimka9.ru/materialno-texnicheskoe-obespechenie/ |date=2017-08-01 }}</ref>. Гимназия ерендә хоккей, футбол, баскетбол һәм волейбол менән шөғөлләнер өсөн майҙансыҡтар бар. Интернатта 120 уҡыусы өсөн икешәр йәшәр өсөн бөтә уңайлыҡтар менән 60 бүлмә, тренажер залдары һәм атыу өсөн тир бар.
== Директорҙар ==
* Малабаева Тәнзилә Һибәтулла ҡыҙы (1997—2015)